Ярыш дауам итә

Леон Цывижба Баграт Чкуа менән Башҡортостанға юлланған.

Ярыш дауам итәЯрыш дауам итә
Ярыш дауам итә

Салауат районында урынлашҡан Янғантау геопаркында, терәк-хәрәкәт аппараты имгәнеүгә бәйле инвалидтар араһында спорт туризмы буйынса, "Туриада – Йүрүҙән 2026" тигән бөтә Рәсәй инвалидтарының XIII Бөтә Рәсәй фестивале дауам итә.

Спортсылар ҡоро ерҙә, һыуҙа һәм тауҙа төрлө спорт төрө буйынса көс һынаша.

Шуныһы, бөгөн дә, көн эҫе булыуға ҡарамаҫтан, бер команда ла алдынғылыҡты бирмәҫкә тырыша. Әйткәндәй, тотош илебеҙ кимәлендә үткәрелгән сарала 13 команда ҡатнаша, уларҙың һаны – 130. Башҡортостан, Татарстан республикалары, Пермь крайы, Мурманск, Ырымбур, Силәбе өлкәләре, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалалары һәм башҡалар шуға асыҡ миҫал. Шул уҡ ваҡытта Абхазия Республикаһынан команда составында 12 спортсы килергә тейеш булған, әммә билдәле сәбәптәргә бәйле 2 генә егет бәрәкәтле Салауат районы еренә аяҡ баҫҡан.

Абхазияның Паралимпия комитеты рәйесе Леон Цывижба әйтеүенсә, улар беҙҙәге бай тәжрибә менән уртаҡлашыр өсөн Баграт Чкуа менән Башҡортостанға юлланған. Беренсенән, киләсәктә "Туриада"ны үҙҙәренең республикаһында таратырға уйлай. Уларға спорттың тап ошо төрө яҡшы таныш, ни тиһәң дә, Абхазия тауҙар иле, күп тапҡырҙар ҡаяға үрмәләгәндәре бар. Икенсенән, таһыллыҡта, етеҙлектә көстәрен һынап ҡарап ҡарарға уйлайҙар.

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Ярыш дауам итә
Ярыш дауам итә
Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас