

Башҡортостанда Рәсәй кимәлендә төрлө сараларҙың даими рәүештә ойошторолоуы юҡҡа түгел, сөнки республикабыҙҙа бының өсөн һәр яҡлап та уңайлы шарттар тыуҙырылған. Өҫтәүенә урындағы етәкселек илебеҙҙәге бөтә проекттарҙы ла тулыһынса хуплай.
Мәҫәлән, 8 июлдә Салауат районының "Янғантау" геопаркы биләмәһендә (Яңы Ҡаратаулы ауылы эргәһендә) терәк-хәрәкәт аппараты имгәнеүгә бәйле инвалидтар араһында спорт туризмы буйынса "Туриада – Йүрүҙән 2026" Бөтә Рәсәй инвалидтарының XIII фестивале башланды.
Әйткәндәй, бындағы хозур тәбиғәткә һоҡланмау мөмкин түгел. Йыраҡ түгел тулы һыулы Йүрүҙән йылғаһы аға. Саҡ ҡына төньяҡҡараҡ китһәң, өҫкә ҡарағанда баштан кәпәс төшөп китерлек бейек тауҙар күренә, уның ҡаялары бына-бына өҫкә ауырға торғандай. Етмәһә, шау сәскәгә күмелгән аҡландарына, уйһыулыҡтарына, яландарына ҡарап туйырлыҡ түгел. Ожмахҡа тиң тап ошо урынға илебеҙҙең төрлө төбәктәренән килеп урынлашҡандар ҙа инде спортсылар.
Сарала Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашаповтың, Рәсәй Иҡтисад үҫеш министрлығының туристик эшмәкәрлек өлкәһендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу департаменты директоры урынбаҫары Яна Болтенкованың, Башҡортостан эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагинаның, Рәсәй спорт туризмы федерацияһының беренсе вице-президенты Алексей Ярошевскийҙың, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Флүр Нурлығаяновтың, республикабыҙҙың спорт министры урынбаҫары Игорь Ярмиловтың, "Ватанды һаҡлаусылар" махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү дәүләт фондының Башҡортостан буйынса филиалы етәксеһе урынбаҫары, дүрт тапҡыр Паралимпия чемпионы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Ирек Зариповтың һәм башҡа хөрмәтле ҡунаҡтарҙың ҡатнашыуы фестивалгә оло мәртәбә өҫтәне.
Башта рәсми кешеләр палаткалар янына килеп, бәйгелә ҡатнашыусылар менән яҡындан танышты, һәр береһе менән һөйләште, үтенестәрен тыңланы, теләктәрен еткерҙе, уңыштар теләне.
– "Туриада" быйыл 13-сө тапҡыр ойошторола, ошо йылдар һуҙымында бер туғанға әйләнеп бөттөк, – тине Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Фәрәх улы. – Тормошта ҡыйынлыҡтар осрап тора, ҡатмарлыҡтарға ла юлығабыҙ, ковидты үткәреп ебәрҙек, әле махсус хәрби операция бара. Бөгөн иһә Йүрүҙән йылғаһының иң күркәм ерендә, Яңы Ҡаратаулы ауылы янында, Рәсәй фестиваленә рәсми старт бирҙек. Ул беҙҙең райондың визит карточкаһына күптән әйләнде. Ошо арауыҡта үткән спорт бәйгеһе шуны раҫланы – спорт һәм әүҙем тормош итеүгә һәр кем ҡушыла ала, ә рухи ынтылышҡа, ихтыяр көсөнә һәм еңеүгә сиктәр юҡ.
"Туриада" фестивален тантаналы асыу хоҡуғы былтыр ошо бәйгелә еңеү яулаған Силәбе ҡалаһының командаһына бирелде, улар байраҡты күтәрҙе. Әлбиттә, Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғыраны.
Шуныһы, "Туриада" бәйгеһе дүрт дистанцияла алып барыла. Тауҙа, йылғала, хәрәкәт итеү сараһында (техникаһында) һәм ҡоро ерҙә сәмле ярыштың үтеүе - шуға асыҡ миҫал.
Шуныһы, көндәрҙең эҫе тороуына ҡарамаҫтан, бер команда ла алдынғылыҡты бирмәҫкә тырышты. Әйткәндәй, тотош илебеҙ кимәлендә үткәрелгән сарала 13 команда ҡатнаша, спорт һөйөүселәрҙең һаны – 130. Башҡортостан, Татарстан республикаларынан, Пермь крайы, Мурманск, Ырымбур, Свердловск, Силәбе өлкәләренән, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан һәм башҡа төбәктәрҙән айбарлылар, мәргәндәр ашҡынып килде. Шул уҡ ваҡытта Абхазия Республикаһынан бер команда составында 18 спортсы юлға сығырға тейеш булған, әммә билдәле сәбәптәргә бәйле ике генә егет бәрәкәтле Салауат районы еренә аяҡ баҫҡан. Ә тарихҡа күҙ йүгертһәк, төрлө йылдарҙа фестивалдә Калиниград ҡалаһынан алып Камчатка крайына хәтлем бихисап спортсы ҡатнашҡан, шул иҫәптән Ҡырым Республикаһынан, Луганск Халыҡ Республикаһынан, Донецк Халыҡ Республикаһынан да юлланып көстәрен һынап ҡарағандар.
2023 йылда иһә фестивалдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашып, ҡайнар сәләмен еткерҙе, йөкмәткеле сығыш яһаны. "Был фестиваль, кеше һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгән булһа ла, иң ҡатмарлы һынауҙарҙы ла йырып үтә ала тигәнде тулыһынса иҫбат итә", – тигәйне Радий Фәрит улы.
Фестивалде ойоштороусылар – Рәсәй Спорт инвалидтары союзы, Бөтә Рәсәй инвалидтар ойошмаһы. Сара шулай уҡ Рәсәй Спорт министрлығы, Башҡортостан Спорт министрлығы, Рәсәй Спорт туризмы федерацияһы, Бөтә Рәсәй инвалидтар ойошмаһының Башҡортостан республика ойошмаһы булышлығында үткәрелә. Уның партнерҙары – Салауат районы хакимиәте, "Янғантау" шифаханаһы. Ошо проекттың туризм өлкәһендә Рәсәй Хөкүмәтенең премияһын (2025 йыл) алыуын да онотмайыҡ.
Фестиваль барышында бик күптәр менән әңгәмәләштек. Әйтәйек, Абхазияның Паралимпия комитеты рәйесе Леон Цывижбаның һүҙҙәренә ҡарағанда, улар беҙҙәге бай тәжрибә менән уртаҡлашыр өсөн Баграт Чкуа менән Башҡортостанға юлланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бүтән спортсылар Сухум ҡалаһында тороп ҡалған. Беренсенән, киләсәктә "Туриада"ны үҙҙәренең республикаһында таратырға уйлайҙар. Уларға спорттың ҡаяға үрмәләү төрө яҡшы таныш, ни тиһәң дә, Абхазия - тауҙар иле, күп тапҡыр тауға менеү буйынса ярыштарҙа ҡатнашҡандары бар. Икенсенән, таһыллыҡта, етеҙлектә көстәрен һынап ҡарарға ниәт иткәндәр.
– Чкуаға ҙур өмөттәр бағлайым, уның киләсәге бар, егет әле бәйгелә спорттың бөтә төрҙәре буйынса ла ҡатнашырға теләй, – тине Леон Ильич.
Ырымбур өлкәһенән ун кеше килгән. "Горизонт" командаһының капитаны Сергей Середин билдәләүенсә, Салауат районындағы бындай фестивалдә улар рәттән бер нисә йыл ҡатнаша. Әле лә ныҡлы әҙерләнгәндәр.
– Башҡортостан спортсыларының көслө һәм етеҙ икәндәрен беләбеҙ, шуға күрә лә уҡ атыу, ҡаяға үрмәләү кеүек ярыш төрҙәрен ҡалдырманыҡ, – ти Сергей Иванович. – Элек йыш ҡына призлы урындарҙы яулай торғайныҡ. Оксана Якубовская, Рөстәм Ниғмәтуллин, Василий Сычев, Елена Заруднева, Зөһрә Яҡшығолова, Гөлнара Байназарова, Сергей Галковтар – командалағы төп спортсылар.
Әйткәндәй, Зөһрә Яҡшығолова коляска менән билдәләнгән дистанцияны барыһын да алда үтеп, беренсе урынға лайыҡ булған.
Силәбе өлкәһенән күп кенә спорт яратыусыларҙы осраттыҡ. Команданың капитаны Наталья Коркина билдәләүенсә, улар йыл да фестивалдә ҡатнаша. Тауға менеү йәки ҡаяға үрмәләүҙә уларға етеүсе юҡ. Быйыл да нәҡ ярыштың ошо төрөнә баҫым яһаясаҡтар.
Ярышта Салауат районынан да ҡатнашыусылар күп кенә.
– Салауат батыр тоҡомдарының бер ҡасан да һынатҡаны юҡ, был юлы ла беренсе, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы алыуыбыҙға тамсы ла шикләнмәйбеҙ, – тине команданың етәксеһе Динислам Вахитов.
"Луч" командаһы етәксеһе (Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Өфө филиалы) Фәрзәт Тимербулатов әйтеүенсә, ошондай сараларҙан улар бай тәьҫораттар менән ҡайта.
Алик Низаметдинов, Меридиан Әхмәтйәнов, Эльза Яныбаева, Надир Нөркәев, Редик Яныбаев, Миләүшә Садиҡова, Лариса Вәкилова, Самира Бикбулатовалар республикабыҙҙың данын яҡлаясаҡ.
Башҡортостан эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина белдереүенсә, "Туриада"ны уҙғарыуҙың төп маҡсаты – спорт һәм туризм аша һәр кемгә үҙҙәрен табырға ярҙам итеү.
– Ярышта ҡатнашыусылар һоҡландыра, береһенә-береһе ныҡышмал һәм сәмсел, – тине Светлана Михайловна. – Ысынлап та, конкурсанттарға ҡарата ихтирам икеләтә, хатта унлата арта ғына. Уларҙың барыһы ла түҙемлеккә һәм ныҡлыҡҡа һынау тота, шул уҡ ваҡытта тормошто яратыу йәһәтенән дә өлгө ролен үтәй.
Министр, бөтә яҡтан да ярҙамдан өҙмәгәне өсөн, Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенә һәм Рәсәй инвалидтарҙың спорт союзына сикһеҙ рәхмәтен еткерҙе һәм дәүләт ярҙамы менән, ҡулдарынан килгәнсә инклюзив туризм йүнәлешен үҫтерәсәктәре тураһында белдерҙе.
Спорт ярышында Адик Шәйәхмәтовтың Рәсәй тураһындағы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Петр Кузнецовтың патриотик йырҙары һәм башҡа сәнғәт әһелдәренең сығышы барыһының да күңеленә хуш килде.
"Туриада – Йүрүҙән 2026" тигән Бөтә Рәсәй инвалидтарының XIII фестивале бөгөн тамамлана.
Фото: Илдар Аҡъюлов.