

14 июлгә ҡаршы төндә Олимпия чемпионы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, яҡташыбыҙ Галина Куклева вафат булған.
Галина Алексеевна үҙенең спорт юлын тыуған Ишембайында тренер Владимир Новожилов етәкселегендә башлай. Тап бында ҙур еңеүҙәргә тәүге аҙымдарын яһай, улар һуңынан спортсыға донъя кимәлендә танылыу килтерә.
Тәүге ҙур уңыштары 1990 йылда була: Галина Алексеевна СССР йыйылма командаһы составына инә һәм спорт мастеры нормативын үтәй. 1998 йылда Наганолағы Олимпиадала триумфы Рәсәй биатлоны тарихында иң сағыу мәлдәрҙең береһе була – 7,5 километрға спринтта ул алтын миҙал яулай.
Галина Куклева үҙенең исемен мәңгелеккә Ватан биатлоны тарихына яҙҙы. Уның ҡаҙаныштары, спортҡа тоғролоғо һәм йәш спортсыларҙы тәрбиәләүгә индергән өлөшө киләсәк быуындар өсөн өлгө булып ҡаласаҡ.
Фото сығанағы: Руслан Хәбибов.