Өфө Рәсәй халыҡтары спартакиадаһын ҡабул итергә әҙерләнә

Белгестәр төп спорт майҙансыҡтарын – Халыҡ-ара спорт көрәше, Фехтование, Ишкәкле слалом үҙәктәрен, шулай уҡ триатлон һәм асыҡ һыуҙа йөҙөү буйынса ярыштар үтәсәк Йылы күлде ҡараны. 

Өфө Рәсәй халыҡтары спартакиадаһын ҡабул итергә әҙерләнәӨфө Рәсәй халыҡтары спартакиадаһын ҡабул итергә әҙерләнә
Өфө Рәсәй халыҡтары спартакиадаһын ҡабул итергә әҙерләнә

Өфө июль аҙағынан сентябрь башынаса үтәсәк Рәсәй халыҡтары спартакиадаһын уҙғарыу майҙансыҡтарының береһе буласаҡ. Күләмле спорт ваҡиғаһына әҙерлеккә ярашлы, Федераль спорт саралары дирекцияһының эшсе төркөмө Өфөлә булып, ярыштар үтәсәк объекттарҙың әҙерлеген баһаланы.

Белгестәр төп спорт майҙансыҡтарын – Халыҡ-ара спорт көрәше, Фехтование, Ишкәкле слалом үҙәктәрен, шулай уҡ триатлон һәм асыҡ һыуҙа йөҙөү буйынса ярыштар үтәсәк Йылы күлде ҡараны.

Эшсе төркөмдә ҡатнашыусылар республиканың Спорт министрлығы вәкилдәре менән берлектә инфраструктураны әҙерләү мәсьәләләрен һәм ярыштарҙы ойоштороу мәлдәрен тикшерҙе.

Халыҡ-ара спорт көрәше үҙәге юғары кимәлдәге турнирҙарҙы ҡабул итә, ә Фехтование үҙәге илдең иң заманса махсуслаштырылған объекттарының береһе һанала. Ике комплекс та 2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлеккә ярашлы төҙөлдө.

Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы барышында Башҡортостанда бөтәһе алты спорт төрө буйынса ярыштар үтәсәк. Төбәккә 1500-гә яҡын ҡатнашыусы килеүе көтөлә. Республика йыйылма командаһы исеменән 120 атлет 33 спорт дисциплинаһында сығыш яһаясаҡ.

Спартакиаданы уҙғарыу Башҡортостандың спорт инфраструктураһының юғары кимәлен тағы бер раҫлау буласаҡ һәм Өфөлә һуңғы йылдарҙа төҙөлгән яңы объекттарҙың мөмкинлектәрен күрһәтергә мөмкинлек бирәсәк.

Сығанаҡ: https://mgazeta.com/news/novosti/2026-07-22/ufa-gotovitsya-prinyat-spartakiadu-narodov-rossii-4759592 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас