

Өфөнөң Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында шахмат һәм шашка буйынса ярыштар булды. Спорт сараһы “Рәсәй көсө” Бөтә Рәсәй спорт марафоны һәм Өфөнөң Октябрь районы предприятиелары, ойошмалары спартакиадаһы сиктәрендә ойошторолдо. Турнирҙы Октябрь районының Физик культура һәм спорт буйынса комитеты “Берҙәм Рәсәй” партияһы менән берлектә ойошторҙо.
Турнирҙың төп ҡунағы халыҡ-ара гроссмейстер, ете тапҡыр донъя чемпионы һәм Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина булды. Ул балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәргә бер юлы уйын менән оҫталыҡ дәресе ойошторҙо.
“Шахмат һәм шашка – ҡәрҙәш уйындар. Һәр ваҡыт ҡыҙыҡһыныу уяталар. Улар һәр йәштә һаулыҡ өсөн файҙалы: интеллектты үҫтерәләр һәм өлкән йәштәгеләрҙе лә, йәш спрортсыларҙы ла хис сыҙамлылығына өйрәтәләр, - тине Тамара Танһыҡҡужина.
Тамара Михайловнаның билдәләүенсә, Өфөләге балалар баҡсаларында проект әүҙем үҫешә, ошондай осрашыуҙар йәш спортсыларҙа чемпиондар тәжрибәһе тупларға, ихтыяр көсө тәрбиәләүгә булышлыҡ итә.
Сығанаҡ: “Берҙәм Рәсәй” партияһының матбуғат хеҙмәте, фото: Наталья Агрова.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!