

Өфө – Рәсәй халыҡтары спартакиадаһының төп этаптарының береһен – масштаблы турнирҙы ҡабул итергә әҙерләнә. Ул 31 июлдән 30 сентябргә тиклем илдең бер нисә спорт аренаһында үтәсәк. Был турала ярыштарҙың ойоштороу комитеты хәбәр итә.
Иң көслө объекттар стартын үткәреүгә Өфө объекттары әҙер. Был сара илебеҙҙең спорт тормошонда мөһим сараларҙың береһе генә түгел, милли йыйылма командаларҙы формалаштырыу өсөн һайлау этабы ла булып торасаҡ. Улар 2028 йылда уҙғарыласаҡ олимпия уйындарына әҙерләнәсәк, - тине Рәсәй Федерацияһының спорт министры, Рәсәйҙең Олимпия комитеты рәйесе Михаил Дегтярев.
Ярыштар программаһына спорттың 43 төрө инде, улар буйынса турнирҙар Рәсәйҙең ете субъектында үтәсәк – Башҡортостанда, Татарстанда, Калининград, Һамар, Свердловск, Омск, Силәбе өлкәләрендә. Ҡатнашыусыларҙың дөйөм һаны 12 мең кеше тәшкил итә. Шул иҫәптән 8100 спортсы, 2600 тренер һәм белгестәр, 1800 спорт судьяһы.
Башҡортостанда алты спорт төрө буйынса ярыштар уҙғарыу билдәләнгән, төбәккә яҡынса 1500 ҡатнашыусы киләсәк. Уларҙың 1100 самаһы - спортсылар, 250 тренер һәм белгес, 150 судья.
Ярыштарҙа Башҡортостан данын 120 спортсы яҡлаясаҡ, улар 33 дисциплина буйынса наградалар өсөн көрәшәсәк.
Спорт программаһы республикабыҙҙа июль аҙағында старт ала. 31 июлдән 4 августҡа тиклем шоссела велосипед спорты буйынса ярыштар уҙасаҡ. 1-4 августа триатлон, 8-18 августа – фехтование, 14-16 августа асыҡ һыуҙа йөҙөү, 15-19 августа ишкәкле слалом, 7-13 сентябрҙә спорт көрәше буйынса ярыштар билдәләнгән.
Велосипед спорты буйынса тәүге старттар Шишмә районында үтәсәк. Триатлон ярыштарына Йылы күленә йыйыласаҡтар. Көрәш һарайы, Фехтование үҙәге, Ишкәкле слалом өсөн ҡоролмалар комплексы ла ҡатнашыусыларҙы ҡабул итәсәк.
Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов әйтеүенсә, Башҡортостанда Рәсәй халыҡтары спартакиадаһын уҙғарыу республикабыҙҙа спорт инфраструктураһы үҫешенең юғары кимәлдә булыуын дәлилләй.
Фото: Спартакиада ойоштороусыларынан.