

Өфөлә Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы айҡанлы 8-18 августа үтәсәк фехтование буйынса ярыштарға әҙерлек тамамлана. Республиканың фехтование буйынса спорт әҙерлеге үҙәге директоры Лира Грушина илдең иң көслө спортсыларын ҡабул итергә әҙерлеге хаҡында һөйләне.
Комплекс Өфөлә 2024 йылдың октябрендә асылды һәм абруйлы ярыштарҙы, шул иҫәптән “Рәсәй - спорт державаһы” форумы сиктәрендә “Салауат ҡылысы” турнирын ҡабул итергә лә өлгөрҙө. Лира Рим ҡыҙы әйтеүенсә, хәҙер объектта һуңғы эштәр тамамлана: өҫтәмә яҡтыртыу һәм телевизион трансляциялар өсөн оптималь шарттар булдырыу өсөн залдың блэкауты өҫтөндә эш алып барыла. Спорт ҡорамалдары һәм уға бәйле инфраструктураның әҙерлеге 100 процент тәшкил итә. Ҡоралдың һәр төрөндә ҡатнашыусыларҙың һаны төрлөсә: ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар рапираһы ике команданан (8 һәм 8 спортсы), ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр шпагаһы бер команданан (4 һәм 4) тора.
- Был илдең мөһим ярыштарының береһе, ул әлегә саҡ тергеҙелә, - тип билдәләне үҙәктең директоры. - Рәсми олимпияға һайлап алыу 2027 йылдың апрелендә башлана. Был етди старт та, ҙур байрам да, һис шикһеҙ, резервты барлау ҙа. Спартакиада олимпиадаға һайлап алыуға әҙерлектең мөһим этабы. Беҙҙең өлкән спортсылар тиҙҙән донъя чемпионатынан әйләнеп ҡайта, һәм Спартакиадала ҡатнашыу уларҙың юғары оҫталығын раҫлаясаҡ.
Лира Рим ҡыҙы билдәләүенсә, бөгөн, халыҡ-ара хәлдең сикләүҙәренә ҡарамаҫтан, Рәсәй фехтовальщиктары ярыштар етмәүҙән зарланмай. Әлбиттә, улар еңел булмаған хәлдәрҙе лә үткән - тәү сиратта был пандемия һәм артабанғы ваҡиғалар менән бәйле, әммә хәҙер хәл яҡшырған. Атап әйткәндә, был Өфөлә яңы үҙәк асылыуға ла бәйле.
- Үҙәк асылыу менән фехтованиеға күберәк балалар килә башланы, - ти директор. - Беҙ сифатлы уйындар ҙа, балаларҙың ҙур теләген дә күрәбеҙ. Башҡортостан спортсылары сағыу сығыш яһаған 2016 йылғы олимпия уйындары спорт төрөн үҫтереүгә ҙур этәргес бирҙе. Ул саҡта бик яҡшы мәғлүмәт кампанияһы үткәрелде. Һәм телевидение фехтованиеның икенсе яғын асты, - тип хәтеренә төшөрҙө Лира Рим ҡыҙы. - Ә инде Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы кеүек күләмле старттар үткәреү был спорт төрөнә яңы ҡыҙыҡһыныуҙар, яңы күтәрелеш килтерер тип көтәбеҙ.
Фото: Рәсәй Президентының рәсми сайты | kremlin.ru.
Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/sport/2026-07-23/lira-grushina-zhdem-novogo-vspleska-interesa-k-fehtovaniyu-4761100
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan