Спорт һәм туризм
1 Августа , 11:25

Тәүге алтын миҙал Мәскәүгә юлланды

Диана Исакова – спартакиаданың  беренсе еңеүсеһе!  

Тәүге алтын миҙал Мәскәүгә юлландыТәүге алтын миҙал Мәскәүгә юлланды
Тәүге алтын миҙал Мәскәүгә юлланды

Триатлон буйынса Рәсәй йыйылма командаһының лидеры Өфөлә олимпия дистанцияһында еңеүгә өлгәште. Диана Исакова – спартакиаданың  беренсе еңеүсеһе!

Йөҙөү ярышында 30 секундҡа алға сыҡты, велосипед уҙышы этабында был ваҡытты тағы ла арттырҙы, йүгереүҙә барыһынан да 1 минут 40 секундҡа алдараҡ килеп етте. 1,5 километр йөҙөү, 40 километрға велосипед уҙышын, 10 километр йүгереүҙе 2 сәғәттән дә кәм ваҡытта үтеп сыҡты.

Рәсәй халыҡтары спартакиадаһының тәүге алтын миҙалын  Мәскәү алды. Көмөш миҙал - Волгоград өлкәһенән Валентина Рясовала. Бронза Мәскәүҙән Яна Ченскаяға тапшырылды.

 

Фото: Руслан Дәүләтбирҙин.

#СпартакиадаНародовРоссии

"Башҡортостан" гәзитенең МАХ рәсми каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас