

Өфөлә бөгөн Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы башланды. Ил кимәлендәге сараның төп этаптарының береһе беҙҙә үтеүе республикабыҙ өсөн ғорурлыҡ та, яуаплылыҡ та. Быға спорт үҫеше йәһәтенән заманса инфраструктура булдырылыуы ла булышлыҡ итә. Һуңғы йылдарҙа Өфөлә Фехтование үҙәге, Ишеү слаломы комплексы, Көрәш үҙәге төҙөлөүе ошо хаҡта һөйләй. Спартакиада барышында Башҡортостанда алты спорт төрө буйынса ярыштар үтәсәк.
Өфө ҡалаһындағы Йылы күле буйы иртәнге сәғәттәрҙә үк спортсылар, көйәрмәндәр менән тулы ине. Спортсылар еңеүгә сәмләнде, көйәрмәндәр ҙә улар өсөн янып-көйҙө.Ярышты асыу тантанаһында барлыҡ ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың спорт министры урынбаҫары Артем Новиков тәбрикләне.
- Күҙҙәрегеҙҙә еңеүгә ынтылыш күрәм. Рәсәй халыҡтары спартакиадаһында сираттағы еңеүгә өлгәшергә булһын. Бындай ярыштарҙа беҙ ысын спортсыларҙың үҫеүен күрәбеҙ. Уларға үҙҙәренең төбәген генә түгел, илебеҙҙе халыҡ-ара сара кимәлдә яҡларға булһын, - тине ул.
Спартакиаданы триатлон буйынса ярыштар асып ебәрҙе. Йөҙөүҙе, йүгереүҙе, велосипедта уҙышыуҙы берләштергән был спорт төрөн бик көслөләр үҙ итә. Сараны ҡатын-ҡыҙҙар араһында йөҙөү буйынса ярыштар асты.
Ярыш һыҙығына 22 ҡатнашыусы баҫты. Билдәләнгән араны иң беренсе булып Мәскәүҙән спорт мастеры Диана Исакова яуланы. Әйткәндәй, ул өс этапта ла алдынғылыҡты бирмәне.
Ярыштарҙың баш судьяһы Станислав Каплунский ярышҡа бик көслө спортсылар йыйылыуын билдәләне.
-Рәсәйҙең иң көслө спортсылары йыйылған. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында 22 ҡатнашыусы, ир-егеттәр араһында 28 спортсы көс һынаша. Тәүге этапта йөҙөүҙә 1,5 километрға, велосипедта 40 километрға, йүгереүҙә 10 километрға уҙышыу ҡаралған. Был ярыштарҙы, һынауҙарҙы улар бер- бер артлы үтә, туҡталып тормайҙар. Башҡортостан бик йылы ҡабул итте. Бында мин беренсе тапҡыр түгел. Башҡа спорт ярыштарында булырға тура килде. Бик оҡшай. Барыһы ла юғары кимәлдә ойошторолған. Барлыҡ хеҙмәттәр йәлеп ителгән, һауа торошо ла бик матур, халыҡ та ярышты күрергә күпләп килгән, - тине баш судья.
Триатлон ярыштары ир-егеттәр араһында дауам итте.
Автор фотоһы.
#СпартакиадаНародовРоссии