Спорт һәм туризм
5 Августа , 13:15

570 көслө спортсы осраша

10 – 18 августа Өфөлә үткәрелгән Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы барышында фехтование буйынса ярыштар ойошторола.

570 көслө спортсы осраша570 көслө спортсы осраша
570 көслө спортсы осраша

Баш ҡалалағы Фехтование үҙәгендә Рәсәйҙең 24 төбәгенән 570 көслө спортсы осраша. Улар араһында Рәсәй һәм Европа чемпионаттарында призлы урындар яулаусы Тимур Сафин, Аделина Заһиҙуллина, Егор Баранников, Таисия Ларькина, Яна Егорян, Марта Мартьянова, Кирилл Бородачев, Владислав Мыльников һәм башҡалар бар.

10 августа турнирҙы ир-егеттәр араһында үткәрелгән шәхси ярыштар аса. 11 августа ҡатын-ҡыҙҙар рапирала ярыша. 12-һендә ошо уҡ спорт төрө буйынса командалар алышы була. 13-өндә иһә ир-егеттәр араһында шпага буйынса ярыштар үткәрелә, 14-ендә ҡатын-ҡыҙҙар беренселек өсөн алыша. 15 августа шпага буйынса ярыштар – ҡатын-ҡыҙҙар, 16-һында ҡылыс буйынса ир-егеттәр араһында ярыштар була. 16-һында – ир-егеттәр, 17-һендә ҡатын-ҡыҙҙар ошо спорт төрө буйынса алыша. 18 августа ҡылыс менән фехтование буйынса командалар турниры үткәрелә. Ярыштарға инеү бушлай.

БЕЛЕШМӘ

Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы – илдә үткәрелгән иң ҙур ярыштарҙың береһе. Өҫтәүенә ул – 2028 йылда ойоштороласаҡ Олимпия уйындарына һайлап алыуҙың төп этаптарының береһе. Был хаҡта Рәсәйҙең спорт министры, илдең Олимпия комитеты рәйесе Михаил Дегтярев белдерҙе. Ул шулай уҡ спортсыларҙың ошо ярыштарҙағы уңышлы сығышының Рәсәй йыйылма командаһына эләгеү мөмкинлеген биреүе хаҡында әйтте.

Программаға барлығы 43 спорт төрө индерелгән. Ярыштар Рәсәйҙең ете төбәгендә – Башҡортостан, Татарстан республикаларында, Калининград, Һамар, Свердловск, Омск һәм Силәбе өлкәләрендә үткәрелә. Ярыштарҙа 12 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән 8100 спортсы, 2600 тренер, белгес, 1800 судья ҡатнаша.

Башҡортостанда алты спорт төрө буйынса ярыштар ойошторола. Республикаға 1500 тирәһе спортсы, 250 тренер, белгес һәм 150 судья килә. Башҡортостан исеменән 120 спортсы сығыш яһай. Улар 33 дисциплина буйынса үҙ көсөн һынап ҡарай.

Сығанаҡ, фото: БР Спорт министрлығынан.

 

#СпартакиадаНародовРоссии

 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас