Спорт һәм туризм
6 Августа , 17:45

“Инвестсәғәт”тә яңы проекттарҙы хупланылар

“Инвестсәғәт”тә сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм хеҙмәттәр өлкәһендәге яңы проекттарҙы хупланылар.

“Инвестсәғәт”тә яңы проекттарҙы хупланылар“Инвестсәғәт”тә яңы проекттарҙы хупланылар
“Инвестсәғәт”тә яңы проекттарҙы хупланылар

“Төньяҡ Нива” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең (“ЭкоНива” компаниялар төркөмөнә ҡарай) Волга буйы төбәге буйынса төбәге директоры Николай Лукерин Йәрмәкәй районында малсылыҡ комплексын реконструкциялау проектын тәҡдим итте. Һүҙ ғәмәлдәге ауыл хужалығы майҙансығында 1000 баш һыйыр малы һыйҙырышлы өс мал аҙбарын төҙөү тураһында һүҙ бара. Был һыйыр малы һанын 3800 башҡа еткереү һәм йылына 46 мең тонна һөт етештереү мөмкинлеген бирә. Ярҙам сараһы булараҡ проектҡа һалым ташламалары булған өҫтөнлөклө статусы бирелде.

“Тиҙ туҡланыу селтәре үҫеше” компанияһын үҫтереү буйынса директор Юлиә Азаматова Стәрлетамаҡта ике ресторан – майҙаны  450 квадрат метр булған  “Rostic’s” һәм  1000 квадрат метрлы  “Сыроварня” -  төҙөлөшө проекты тураһында һөйләне. Уларҙы төҙөү 195 миллион һумға баҫасаҡ, 65 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк.

“БашЛидерГрупп” компанияһы Иглин районында етештереү сәнәғәтен ойоштора. Уның вәкиле Алексей Зинов Алаторка ауылы эргәһендәге  проект хаҡы 325 миллион һумға төшәсәге тураһында белдерҙе. Проектҡа өҫтөнлөклө статусы бирелде. Муниципалитет хакимиәте ер участкаһы ҡуртымға алыуҙа ярҙам итәсәк.

Башҡортостандың Инвестициялар комитеты хеҙмәттәр өлкәһендәге ике проектты хупланы. “Альянс” компанияһы Ишембайҙа хаҡы 40 миллион һум булған “Дуҫлыҡ” юл буйы комплексын төҙөргә ниәтләй. “Вектор” йәмғиәте Шишмә районында “Ҡарағайҙар” туризм базаһын ойошторорға уйлай. Проекттар өҫтөнлөклө статусын алды.

Сығанаҡ, фото: БР Башлығы сайты.

"Башҡортостан" гәзитенең рәсми каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас