Спорт һәм туризм
7 Август , 18:10

Көрәш буйынса өс тапҡыр Башҡортостан чемпионы була

 – Физкультура, спорт кешене тәртипкә, яуаплылыҡҡа  өйрәтә.  Ниндәй генә һөнәр һайлаһалар ҙа улар эштәрендә хөрмәт ҡаҙаналар, спортты ташламайҙар. Бындай уҡыусыларым күп. Ауылға ҡайтҡандарында килеп рәхмәт әйтеп китәләр, – ти 40 йыл физкультуранан уҡытҡан уҡытыусы. 

Көрәш буйынса өс тапҡыр Башҡортостан чемпионы булаКөрәш буйынса өс тапҡыр Башҡортостан чемпионы була
Көрәш буйынса өс тапҡыр Башҡортостан чемпионы була

Сәләмәт тормош алып барыуҙы, спортты үҙ иткәндәр ғүмер буйы унан айырылмай. Быны Асҡын районының Ҡубыяҙ ауылынан Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Мөхәмәтнур Арыҫланов өлгөһөндә лә күрәбеҙ. Дөйөм хеҙмәт стажы 46 йыл булһа, уның 40 йылын мәктәпкә арнай, балаларҙы физкультуранан уҡыта.

Тыумышы менән ошо ауылдыҡы ул. Элекке заманда спорт менән шөғөлләнеү өсөн хәҙерге һымаҡ яҡшы шарттар ҙа булмағандыр. Ләкин был йәш егеттә спортҡа һөйөүҙе һүрелтмәй.

–Элек мәктәптең спорт залы  юҡ ине. Минең тиҫтер егеттәр юғалып ҡалманы, өйҙә шөғөлләнә торғайныҡ. Саңғыла ла әллә күпме араға сығып китә инем, гер ҙә күтәрҙем, – тип башланып китте әңгәмәбеҙ.

Мәктәптән һуң Дыуан ауыл хужалығы техникумында һөнәр ала. Техникумда уҡыған сағында ирекле көрәш буйынса өс тапҡыр Башҡортостан чемпионы исемен яулай. Һабантуйҙарҙа гер күтәреп һәр ваҡыт еңеүсе була. Ваҡыт үткән һайын спорт донъяһы уны үҙенә нығыраҡ йәлеп итә. Ике йыл агроном булып эшләгәндән һуң, уҡытыусы булып мәктәпкә эшкә килә. Белемен дә ошо йүнәлештә камиллаштыра. Тәүҙә ситтән тороп Свердловск ҡалаһында физик культура буйынса педагогия техникумын тамамлай. Аҙаҡ Бөрө педагогия институтында белем ала.  

Төрлө ярыштарҙа еңеүҙәр яулап өлгө күрһәткән уҡытыусы артабан уҡыусыларының еңеүҙәре менән илһамланып йәшәй. Мәктәптә волейбол, гер спорты, футбол, ирекле көрәш буйынса секциялар ойоштороп ебәрә. Уның түңәрәктәренә мәктәп уҡыусылары ғына түгел, ауыл йәштәре лә ылыға. Ҡубыяҙ мәктәбендә айырыуса волейбол яҡшы үҫешә. Улар хатта республика кимәлендә лә уңыштарға өлгәшә. Мөхәмәтнур Шәйхелғәли улы физкультура уҡытыусыһы булып эшләгән дәүерҙә уның уҡыусылары 80-ләп кубок яулай.  Мәктәптең йыйылма командаһы волейбол, футбол, еңел атлетика, саңғы, гер спорты, шахмат, шашка буйынса район ярыштарында призлы урындар яулай, зона кимәлендә лә һынатмайҙар.  

Күпме йәштәрҙең күңеленә спортҡа ҡыҙыҡһыныу уята  һәләтле уҡытыусы. 50-нән ашыу уҡыусыһы физкультура уҡытыусыһы һөнәренә эйә булып, район һәм республикабыҙҙың мәктәптәрендә хеҙмәт итә.

Йәш быуынға спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырыуҙы ла хәстәрләй. Уның тырышлығы менән спорт  залы йыһазландырыла, хоккей ҡабы төҙөлә, каток эшләнә.

Мәктәп уҡыусыларын ғына түгел, тотош ауыл халҡын йәлеп итеп “Атай, әсәй һәм мин – спорт ғаиләһе” , “Бөтә ғаилә менән физкультура һәм спорт менән шөғөлләнәбеҙ” тигән күмәк  ярыштар уҙғара. Ата-әсәләр, балалар менән берлектә тәбиғәткә саңғыларҙа сәйәхәт ойоштора. Йәйен мәктәптең иң яҡшы спортсылары менән күп көнлөк походтар ҙа йәш быуындың күңелендә матур иҫтәлек булып һаҡланып ҡалған. 

–Физкультура, спорт кешене тәртипкә, яуаплылыҡҡа  өйрәтә.  Ниндәй генә һөнәр һайлаһалар ҙа улар эштәрендә хөрмәт ҡаҙаналар, спортты ташламайҙар. Бындай уҡыусыларым күп. Ауылға ҡайтҡандарында килеп рәхмәт әйтеп китәләр, – тине уҡытыусы. 

Тырыш хеҙмәт юғары баһаланған - Мөхәмәтнур Арыҫланов “Башҡортостандың иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре” тигән почетлы билдә менән бүләкләнгән, “Хеҙмәт даны” миҙалына эйә булған.  

Хөрмәтле уҡытыусы бөгөн дә йәш быуынды тәрбиәләү йүнәлешендә ситтә ҡалмай.

Автор фотоһы.

Асҡын районы.

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас