Спорт һәм туризм
8 Августа , 12:15

Андрей Назаров һәм Зарина Исламова икеһе лә Сибайҙан

Етәксегә Заринаның ярышта башҡорт милли кейеме кейеп сығыуы оҡшаған. "Тыуған яҡты иҫкә алыу, милли кейемдә уйнау — был бик яҡшы", — тип билдәләй ул.

Андрей Назаров һәм Зарина Исламова икеһе лә СибайҙанАндрей Назаров һәм Зарина Исламова икеһе лә Сибайҙан
Андрей Назаров һәм Зарина Исламова икеһе лә Сибайҙан

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров тай боксы буйынса донъя чемпионы Зарина Исламова һәм уның тренеры Александр Гаврилов менән осрашты.

Ул Заринаны еңеүе менән ҡотланы һәм уның классик бокста ла көсөн һынап ҡарарға теләүен хупланы. "Федерация рәйесе булараҡ, мин ярҙам күрһәтергә әҙермен", — тине Андрей Назаров.

Етәксегә Заринаның ярышта башҡорт милли кейеме кейеп сығыуы оҡшаған. "Тыуған яҡты иҫкә алыу, милли кейемдә уйнау — был бик яҡшы", — тип билдәләй ул.

Андрей Назаров һәм Зарина Исламова икәүһе лә Сибайҙан, шуға уларҙың осрашыуы айырыуса йылы үтте.

"Ҡурҡма, алға! Беҙ һиңә һәр ваҡыт ярҙам итербеҙ!" — тине етәксе.

Әйткәндәй, Зарина Исламованың финал ярыштарында өләсәһе бүләк иткән селтәр тағып, ҡамсат бүрек кейеп сығыуы хаҡында хәбәр иткәнебеҙ бар.

Беҙҙең рәсми МАХ каналына яҙылығыҙ: max.ru/gazetabash...

Автор:Карима Усманова
Читайте нас