

Һәр кемдең яратҡан спорт төрө була. Беҙҙә күптәр яратҡан, тарихи үткәндәребеҙ сағылған һәм хатта киләсәккә юл билдәләгән милли көрәш – яратҡан спорт төрҙәребеҙҙең береһе, һәр һабантуй биҙәге. Элек-электән халҡыбыҙ көрәшселәргә хөрмәт менән ҡараған. Әле лә шулай, сөнки улар милли спорт төрөбөҙҙөң данын сит ҡитғаларға тарата. Башҡорт көрәшсеһе Артур Зөлҡәрнәев – тап шундайҙарҙан. Ул Пермдә үткәрелгән Бөтә Рәсәй һабантуйында көрәштә күтәреп һелтәү буйынса рекорд ҡуйҙы: бер минутта дәғүәсеһен 25 тапҡыр һелтәне. Ул ҡатнашҡан ярыштарҙы күптәр күҙәтеп бара. Был тәбиғи лә, сөнки Артур Валерий улы күбебеҙҙең хөрмәт менән ҡараған спортсыларыбыҙҙың береһенә әүерелгән.
Милли көрәшебеҙ данын күтәргән Артур Зөлҡәрнәев сығышы менән – Ҡыйғы районының Арыҫлан ауылынан. Ул – донъя чемпионы, Рәсәйҙең спорт буйынса мастеры. Артурҙың атаһы Валерий Зөлҡәрнәев тә көрәшсе, ағаһы Вадим да ошо спорт төрө буйынса Рәсәй чемпионы. Атаһы мәктәптә көрәш буйынса секция алып барған.
“Бер ваҡыт, ул саҡта мин бәләкәй инем әле, Нефтеюганскиҙа йәшәгән ике туған ағайыбыҙ беҙҙе үҙҙәренә ҡунаҡҡа алып ҡайтты. Себер яҡтарында ла йыл һайын һабантуй үткәрелә бит инде. Вадим ағайымды көрәш буйынса ярышта ҡатнаштырырға булдылар. Бына беҙ - һабантуйҙа. Балалар араһында ла көрәш буйынса ярыш бара. Шунда, бар әле көрәшеп ҡара, тип ағайымдар мине лә сығарҙы. Ул ваҡытта бер тапҡыр ҙа күнекмәлә булып ҡарамаған инем әле. Минән дә бәләкәйерәк бер урыҫ малайы тотто ла атып бәрҙе, бик ғәрләндем. Ҡайтҡас, көрәшкә йөрөргә хәл иттем", - тип һөйләгән ине Артур Зөлҡәрнәев.
Артур 3-сө класта уҡығанында милли көрәш менән мауыға башлай. 2012 йылда балалар араһында Бразилияла үткән Донъя беренселегендә I урын ала һәм донъя чемпионы исемен яулай. Хәҙер инде Артур Зөлҡәрнәев – тотош донъяға билдәле көрәшсе. Ә бының өсөн спортсыға әллә күпме күнекмәләр үткәрергә һәм тырышырға кәрәк булған. Тағы еңеү серенең береһе – түҙемлек һәм тағы бер тапҡыр түҙемлек. Көслө характер һәм алдыңа маҡсаттар ҡуйып уларҙы бойомға ашырыу. Әйткәндәй, ул Башҡорт дәүләт университетының физика-математика институтында бакалавриаттан һуң Башҡортостан дәүләт аграр университетының агротехнология һәм урман хужалығы факультетында магистратура тамамлаған.
Күп кенә спортсылар, чемпион исемен яҡлауға ҡарағанда, уны һаҡлау күпкә ауырыраҡ, тип белдерә. Ә Артур Зөлҡәрнәев чемпион исемен яҡлап ҡына ҡалмай, даими рәүештә раҫлай ҙа! Уның төрлө ярыштарға ныҡлап, ентекләп әҙерләнеүенә шаһитбыҙ. Бынан өс йыл элек тә Өфөләге Ленин исемендәге майҙанда Өфө хакимиәте кубогына көрәш буйынса асыҡ турнирҙа тотош республиканан 100 көрәшсе араһынан Өфөнән Артур Зөлҡәрнәев абсолют еңеүсе булды.
Еңеүсегә һарыҡ һәм төп бүләк - автомобиль тапшырылды.
Әле ул – Борайҙағы физкультура-һауыҡтырыу комплексында тренер. Ошондай донъя чемпионының тренер булыуы – бала өсөн үҙе ҙур мәртәбә һәм бына тигән яҡшы миҫал. Уның тәрбиәләнеүселәре араһынан күптәр остазының данлы юлынан үтер – төрлө ярыштарҙа беренселек яулар, тигән ышаныстабыҙ. Артур Валерий улы – “Ауыл тренеры” программаһында ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың береһе.
Әйткәндәй, 8 август – Физкультурниктар көнө. Быйылғы был һөнәри байрам Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы ваҡытында үткәрелеүе менән мәртәбәле. Ярыштар программаһына спорттың 43 төрө инде, улар буйынса турнирҙар Рәсәйҙең ете субъектында үтәсәк – Башҡортостанда, Татарстанда, Калининград, Һамар, Свердловск, Омск, Силәбе өлкәләрендә. Ҡатнашыусыларҙың дөйөм һаны 12 мең кеше, шул иҫәптән 8100 спортсы, 2600 тренер һәм белгестәр, 1800 спорт судьяһы тәшкил итә. Башҡортостанда алты спорт төрө буйынса ярыштар уҙғарыу билдәләнгән, төбәккә яҡынса 1500 ҡатнашыусы киләсәк. Уларҙың 1100 самаһы - спортсылар, 250 тренер һәм белгес, 150 судья.
Рәсәй халыҡтары спартакиадаһында Башҡортостан данын 120 спортсы яҡлай, улар 33 дисциплина буйынса наградалар өсөн көрәшә. Быларҙың барыһы ла республикала ҙур спорт объекттарының сафҡа индерелеүе, заманлаштырылыуы, ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырылыуы, тренерҙарға һәм спортсыларға даими иғтибар бүленеүе һөҙөмтәһе, тиһәк, һис хата булмаҫ. Ошо матур яңылыҡтарҙың барыһы ла Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тармаҡҡа етди иғтибары һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Республика етәксеһе ҡушыуы буйынса барлыҡ муниципалитеттарҙа ла спорт объекттары заманлаштырыла, төҙөлә. Өҫтәүенә Башҡортостан үҙенең спорт төбәге икәнлеген раҫланы. Рәсәй халыҡтары спартакидаһының беҙҙә үткәрелеүе – быға асыҡ миҫал. Һуңғы йылдарҙа сафҡа ингән Халыҡ-ара спорт көрәше үҙәгендә, Фехтование үҙәгендә, Ишкәкле слалом буйынса ҡормалдар комплексында үткәрелгән ярыштарҙа миҙал яулау ғына түгел, 2026 йылдарҙа ойоштороласаҡ ярыштарҙа ҡатнашыу мөмкинлегенә лайыҡ булыу ҙа. Әйткәндәй, беҙҙә “МЁД” спорт комплексы, Өҫтәл теннисы үҙәге, көрәш менән шөғөлләнеү өсөн модулле залдар, физкультура-һауыҡтырыу комплексы булған бассейндар һәм башҡалар төҙөлә. Бынан тыш, Башҡортостанда “Ауыл тренеры” программаһын 2020 йылдан тормошҡа ашыралар. Программа буйынса түләүҙәр 600 мең һумдан 1 миллион һумға тиклем артты. Шулай уҡ белгестәр 2024 йылдан ғәмәлгә ашырылған “Ҡала тренеры” программаһына инә ала.
Әле республикала 2,4 миллиондан ашыу кеше спорт менән даими рәүештә шөғөлләнә. Сәләмәт тормош алып барыусылар һаны 64,2 проценттан ашты. Республика спортсылары рекордлы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Рәсәйҙең йыйылма командаларына составына Башҡортостандан 745 спортсы индерелгән. Был – һуңғы биш йылда бик шәп һөҙөмтә. Былтырғы күрһәткестәргә ҡарағанда, республика спортсылары 3654 миҙал яуланы. Был – алдағы йылдан 500-гә күберәк. Республикала 1141 ҙур спорт сараһы үткәрелде. Быларҙың барыһы ла беҙҙә спортсыларҙы әҙерләүҙең ҙур һөҙөмтәгә эйә булыуын билдәләй. Өҫтәүенә адаптив спорт махсус хәрби операция ветерандарын әүҙем тормошҡа ҡайтырға булышлыҡ итә. Республикала һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыла. “Ҡаһарманлыҡ” проектына ярашлы, “Булат” следж-хоккей командаһы булдырылды. Уның ағзалары төрлө ярыштарҙа үҙен һынай. Муниципалитеттарҙа махсус хәрби операция ветерандарының спорт менән йәки әүҙем тормош алып барыуы өсөн яҡшы шарттар бар.
Спорт – ул сәләмәт тормош алып барыу, алдыңа маҡсаттар ҡуйыу, ниндәйҙер һөҙөмтәләргә өлгәшеү генә түгел, тыуған ереңде, тыуған төбәгеңде сит тарафтарҙа ла данлау. Ошо йәһәттән тос өлөш индергән спортсыларыбыҙҙы, тренерҙарыбыҙҙы, спорт өлкәһе белгестәрен һәм спортҡа ҡағылышы булғандарҙың барыһын да Физкультурниктар көнө менән ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.
Лира ГРУШИНА, Фехтование үҙәге директоры, Рәсәйҙең фехтование буйынса атҡаҙанған тренеры:
- Фехтование комплексы Өфөлә 2024 йылдың октябрендә асылды һәм абруйлы ярыштарҙы, шул иҫәптән “Рәсәй - спорт державаһы” форумы сиктәрендә “Салауат ҡылысы” турнирын ҡабул итергә лә өлгөрҙө. Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы иһә - илдең мөһим ярыштарының береһе. Рәсми олимпияға һайлап алыу 2027 йылдың апрелендә башлана. Был етди старт та, ҙур байрам да, һис шикһеҙ, резервты барлау ҙа. Спартакиада - олимпиадаға һайлап алыуға әҙерлектең мөһим этабы. Беҙҙең өлкән спортсылар тиҙҙән донъя чемпионатынан әйләнеп ҡайта, һәм Спартакиадала ҡатнашыу уларҙың юғары оҫталығын раҫлаясаҡ.
Фехтование үҙәге асылыу менән фехтованиеға күберәк балалар килә башланы. Беҙ сифатлы уйындарҙы ла, балаларҙың ҙур теләген дә күрәбеҙ. Башҡортостан спортсылары сағыу сығыш яһаған 2016 йылғы олимпия уйындары спорт төрөн үҫтереүгә ҙур этәргес бирҙе. Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы кеүек күләмле старттар үткәреү был спорт төрөнә яңы ҡыҙыҡһыныуҙар, яңы күтәрелеш килтерер тип көтәбеҙ.
Фотолар: БР Спорт министрлығынан, Артур Зөлҡәрнәевтең шәхси архивынан.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!