Спорт һәм туризм
10 Августа , 06:30

Беренсе миҙалдар яуланды!

Башҡортостан исеменән 120 спортсы сығыш яһай. Улар 33 дисциплина буйынса үҙ көсөн һынап ҡарай.

Беренсе миҙалдар яуланды!Беренсе миҙалдар яуланды!
Беренсе миҙалдар яуланды!

Бөгөн баш ҡалалағы Фехтование үҙәгендә Рәсәйҙең 24 төбәгенән иң көслө 570 спортсы ярыша. Улар араһында Рәсәй һәм Европа чемпионаттарында призлы урындар яулаусы Тимур Сафин, Аделина Заһиҙуллина, Егор Баранников, Таисия Ларькина, Яна Егорян, Марта Мартьянова, Кирилл Бородачев, Владислав Мыльников һәм башҡалар бар.

Иртәгә турнирҙы ир-егеттәр араһында үткәрелгән шәхси ярыштар аса, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар рапирала беренселек өсөн алыша. Тағы ошо уҡ спорт төрө буйынса командалар осраша.

13 августа иһә ир-егеттәр араһында шпага буйынса ярыштар үткәрелә, 14-ендә ҡатын-ҡыҙҙар беренселек өсөн алыша. 15 августа шпага буйынса ярыштар – ҡатын-ҡыҙҙар, 16-һында ҡылыс буйынса ир-егеттәр араһында ярыштар була. 16-һында – ир-егеттәр, 17-һендә ҡатын-ҡыҙҙар ошо спорт төрө буйынса көс һынаша. 18 августа ҡылыс менән фехтование буйынса командалар турниры була.

Шулай итеп, туғыҙ көн буйы көслө спортсылар шәхси һәм команда ярыштарында миҙалдар өсөн алыша. Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы һөҙөмтәләренә ҡарағанда, Башҡортостан командаһынан боксер Бекхан Исраилов беренсе алтын миҙалды яуланы. Ул 92 килограмдан ашыуыраҡ ауырлыҡ категорияһында  иң яҡшыһы тип танылды. Бадминтонсылар Родион Әлимов менән Алина Дәүләтова ла парҙар араһындағы ярышта беренсе урынға сыҡты. Иван Тихонов бокс буйынса 63,5 килограмлыҡ ауырлыҡ үлсәмендә бронза миҙалға лайыҡ булды.

Белеүебеҙсә, программаға барлығы 43 спорт төрө индерелгән. Ярыштар Рәсәйҙең ете төбәгендә – Башҡортостан, Татарстан республикаларында, Калининград, Һамар, Свердловск, Омск һәм Силәбе өлкәләрендә үткәрелә. Ярыштарҙа 12 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән 8100 спортсы, 2600 тренер, белгес, 1800 судья ҡатнаша.

Башҡортостанда алты спорт төрө буйынса ярыштар ойошторола. Республикаға 1500 тирәһе спортсы, 250 тренер, белгес һәм 150 судья килә. Башҡортостан исеменән 120 спортсы сығыш яһай. Улар 33 дисциплина буйынса үҙ көсөн һынап ҡарай.

 

#СпартакиадаНародовРоссии

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас