Спорт һәм туризм
12 Августа , 03:00

Алһыу ишкәкле слаломға саҡыра

Яҡташыбыҙ - Рәсәй һәм СССР тарихында ил исеменән Олимпиадала ишкәкле слалом буйынса сығыш яһаған спортсы. Тулыраҡ - түбәндәге яҙмала:

Алһыу ишкәкле слаломға саҡыраАлһыу ишкәкле слаломға саҡыра
Алһыу ишкәкле слаломға саҡыра

Ишкәкле слалом буйынса ярыштар Өфөлә 15 августа башлана. Республикала йәшәүселәрҙе турнирға билдәле спортсы Алһыу Миназова саҡырҙы. Ул - Рәсәй һәм СССР тарихында ил исеменән Олимпиадала ишкәкле слалом буйынса сығыш яһаған спортсы.

Ярыштарға Рәсәйҙең 18 субъектынан 108 спортсы килә. Беренсе старттар 15 августа була. Шәхси ярыштар 16-17 августа үткәрелә. 

Әлеге ваҡытта Рәсәй халыҡ спартакиадаһы ярыштарында яуланған миҙалдар һаны буйынса Башҡортостан туғыҙынсы урынды биләй. Спортсыларыбыҙ ике алтын һәм ике бронза миҙал яуланы. Беренсе урында – Мәскәү, икенселә - Санкт-Петербург, өсөнсөлә - Мәскәү өлкәһе.

Фото: Алһыу Миназованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

 

#СпартакиадаНародовРоссии

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас