

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Тетраэдр” яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексында булды һәм уның мөмкинлектәрен ҡараны. Ҙур фитнес-үҙәкте быйыл июлдә баш ҡалалағы Комсомол урамында астылар. Маҡтаулы ҡунаҡтар араһында Башҡортостандан һәм илдең башҡа төбәктәренән Олимпия, Паралимпия уйындарында ҡатнашыусылар һәм призлы урын яулаусылар бар ине.
Һигеҙ мең квадрат метр майҙанлы ҡоролманы 2013 йылда төҙөй башланылар. Быға тиклем бында йөҙөү комплексын төҙөнөләр. Оҙаҡ йылдар бина төҙөлмәй тора. 2024 йылда яңы инвестор – “Астро-Лифт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – төҙөлөштө яңырта.
“Астро-Лифт” компанияһы генераль директоры Станислав Ямалов хәбәр итеүенсә, проектты заманлаштыралар һәм бина майҙанын 11,6 мең квадрат метрға тиклем ҙурайталар.
- Республика етәкселеген спортҡа ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Инвестицияларҙың дөйөм күләме ике миллиард һум тәшкил итте. 110-дан ашыу эш урыны барлыҡҡа килде, - тине Станислав Ямалов. – Бында йәшәүселәрҙең физик йәһәттән әүҙем булыуы өсөн заманса экологик системаны булдырҙыҡ.
“Тетраэдр” биш ҡатлы комплексы бина инфраструктураһына профессиональ тренажер ҡорамалдары булған биналар, бассейндар, сауналар, хаммам, мунсалы спа-клуб, "Тетрамания” рестораны, төрлө йәштәге төркөмдәр өсөн программалар булған балалар клубы ҡарай. Бина алдында 200 урынлыҡ туҡталҡа бар.
Төбәк етәксеһе бассейндар зонаһын ҡараны, уларҙың береһендә 10 юл бар. Бында республиканың йөҙөү буйынса йыйылма командаһы номеры менән сығыш яһаны. Артабан Радий Хәбиров премиаль кимәлдәге тренжерҙары булған фитнес-залды, төркөмдәр күнекмәләр үткәргән зонаны ҡараны.
Башҡортостан Башлығы һәм маҡтаулы ҡунаҡтар арт-панноһы булған мольбертта үҙҙәренең теләктәрен яҙҙы. Радий Хәбиров “Тетраэдр” яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексын "Өфөлә тиңе булмаған уникаль объект" тип атаны.
- Ошондайҙы күреп күңел ҡыуана. Ғөмүмән, эшҡыуарҙар аҡсаһын спорт объекттарына ярайһы ауыр ғына тотона. Бында аҡса кире тиҙ генә ҡайта торған отбъект түгел. Был – ҡатмарлы бизнес. Егеттәргә афарин! Ошондай кешеләр илебеҙҙе һәм республикабыҙҙы үҙгәртә, - тине Башҡортостан Башлығы. – Физкультура-һауыҡтырыу комплексы эргәһендә заманса Көрәш һарайы урынлашҡан, шуға күрә бик матур спорт кластеры барлыҡҡа килгән. Ә 1 сентябрҙә эргәлә яңы мәктәпте асасаҡбыҙ. Воскресенск ҡорамын ипкә килтереүҙе дауам итәсәкбеҙ. Барыһы ла үҙ сираты менән бара.
Сығанаҡ, фотолар: БР Башлығы сайтынан.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!