

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда ҙур спорт ярыштарын үткәреү матур йолаға әүерелде. Күптән түгел Өфөлә Рәсәй халыҡтары спартакиадаһының фехтование һәм ишкәкле слалом буйынса ярыштары тамамланды.
Яҡшы күрһәткестәр өсөн нигеҙ бар
Ошондай мәртәбәле ярыштарҙы үткәреү өсөн һуңғы биш йылда Башҡортостанда халыҡ-ара кимәлдәге объекттар – Көрәш һарайы, ишкәкле слалом өсөн ҡорамалдар комплексы, Фехтование үҙәге һәм башҡалар барлыҡҡа килде.
- Республикала ҙур ярыштар – Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы үткәрелә. Фехтование, слалом, көрәш буйынса турнирҙарҙы үткәреү өсөн спорт инфраструктураһы бар. Һәм, әлбиттә, спортсыларыбыҙ яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә, – тип билдәләне оператив кәңәшмәләрҙең береһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Шуныһы үҙенсәлекле: спартакиада илебеҙҙең спорт тормошонда мөһим сараларҙың береһе генә түгел, милли йыйылма командаларҙы формалаштырыу өсөн һайлау этабы ла булып тора. Спортсылар 2028 йылда уҙғарыласаҡ Олимпия уйындарына әҙерләнәсәк.
Ярыштар программаһына килгәндә, уға спорттың 43 төрө ингән. Белеүебеҙсә, улар буйынса турнирҙар Рәсәйҙең ете төбәгендә – Башҡортостанда, Татарстанда, Калининград, Һамар, Свердловск, Омск, Силәбе өлкәләрендә бара. Ҡатнашыусыларҙың дөйөм һаны 12 мең кеше, шул иҫәптән 8100 спортсы, 2600 тренер һәм белгестәр, 1800 спорт судьяһы тәшкил итә. Башҡортостанда иһә алты спорт төрө буйынса ярыштар уҙғарыу билдәләнгән, төбәккә яҡынса 1500 ҡатнашыусы килә. Уларҙың 1100-дән ашыуы – спортсылар, 250 тренер һәм белгес, 150 судья.
Ярыштарҙа Башҡортостан данын 120 спортсы яҡлай, улар 33 дисциплина буйынса наградалар өсөн көрәшә.
Олимпия чемпиондары ла ҡатнашты
Фехтование – сәнселеүҙән тайпылып, үҙең сәнсеп өлгөрөү сәнғәте ул. Баш ҡалабыҙҙа был спорт төрө буйынса турнир туғыҙ көн буйы барҙы. Республикабыҙ спортсылары тәүге көндән үк үҙенең оҫталығын күрһәтте һәм Башҡортостан өсөн миҙалдар “янсығын” тулыландырҙы. Ә турнирҙа ҡатнашыусылар араһында Олимпия уйындары чемпиондары, шулай уҡ Рәсәй һәм Европа чемпионаттары призерҙары бар. Улар шәхси һәм команда ярыштарында өс төр ҡорал буйынса миҙалдар өсөн уҙышты: рапира, шпага һәм ҡылыс.
Рапира буйынса командалар ярыштары бик ҡыҙыу барҙы. Һөҙөмтәлә беренселек өсөн ярышҡа республикабыҙҙың ике командаһы көрәште. Башҡортостандың беренсе командаһы – алтын, икенсеһе көмөш миҙал яуланы. Ошо уҡ спорт төрө буйынса шәхси ярыштарҙа Егор Баранников менән Аделина Заһиҙуллина бронза миҙалға лайыҡ булды.
Өфөләге ишкәкле слалом комплексында ишкәкле слалом буйынса ярыштар үткәрелде. Алһыу Миназова шәхси ярыштарҙа байдаркадарҙа ярыштарҙа – алтын, каноэла уҙыштарҙа көмөш миҙал яуланы. Өфөлә шулай уҡ триатлон һәм йөҙөү буйынса ярыштар үткәрелде. 7 – 13 сентябрҙә баш ҡалалағы Көрәш һарайында спорт көрәше буйынса ярыштар үткәрелә.
Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы – илдең милли спорт календарының төп ваҡиғаларының береһе һәм 2028 йылда Лос-Анджелеста үткәреләсәк Олимпия уйындарына юллама яулау өсөн мөмкинлек тә. Рәсәй Президенты күрһәтмәһе буйынса ярыштар илдең ете төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда үткәрелә.
Көрәш һарайында ҙур сара көтөлә
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – республиканың спорт министры Руслан Хәбибов Рәсәйҙең Көрәш федерацияһы етәкселеге менән Өфөлә, Рәсәй халыҡтары спартакиадаһына ярашлы, спорт көрәше буйынса үткәреләсәк ярыштар тураһында һөйләште.
– Илдең Олимпия комитетында ике мөһим осрашыу үткәрелде. Рәсәйҙең Спорт федерацияһы рәйесе Михаил Мамиашвили һәм генераль секретары Георгий Брюсов спартакиаданың киләһе этабы, республикала үткәреләсәк башҡа саралар тураһында һөйләштек. Турнир Рәсәйҙең көрәшселәр “ҡорамында”, – Өфө Көрәш һарайында үткәреләсәк. Рәсәйҙең 22 төбәгенән 300-ҙән ашыу спортсы миҙал өсөн көрәшәсәк, тип планлаштырылған, – тип хәбәр итте Руслан Хәбибов.
Донъя беренселеге еңеүсеһе Адлан Амриев, Рәсәй чемпионы Нохчо Лабазанов һәм Рәсәй беренселегендә призлы урын яулаусы Семен Панов уңышлы сығыш яһар, тип уйлайбыҙ. Беренсе тапҡыр спартакиадала ҡатын-ҡыҙҙар араһында ярыштарҙа Диана Миңлеғолова сығыш яһаясаҡ.
Хәҙер Өфөнө донъя спорт көрәше үҙәге тип атайҙар. Бынан биш йыл элек беҙҙә үткәрелгән спорт көрәше буйынса донъя беренселеген әле һаман был спорт төрө буйынса ойошторолған турнирҙарҙы үткәреү өсөн миҫал итеп килтерәләр.
Өфөлә баш ҡалабыҙҙың 450 йыллыҡ юбилейына арналған объекттарҙың береһе – Көрәш һарайы – Рәсәйҙә генә түгел, донъяла иң ҙур көрәш объекттарының береһе.
– Мин үҙемдең тормошомда күп нәмә менән грек-рим көрәшенә бурыслымын – тренерыма һәм спортҡа бағышланған йылдарыма. Шул ваҡыттан алып тренерҙарға, бөйөк спортсыларға рәхмәт белдереү һәм йәштәр яҡшы, иҫ киткес спорт һарайында шөғөлләнә алһын өсөн шарттар булдырыу хыялы барлыҡҡа килде. Башҡортостандың идара итеү командаһы көсө менән ошондай үҙенсәлекле объектты төҙөнөк. Тәү сиратта был тренерҙарыбыҙға, спорт ветерандарына һәм бөйөк атлеттарыбыҙға хөрмәт күрһәтеү. Улар йәштәребеҙ өсөн өлгө булып тора. Көрәш һарайы – уникаль объект, беҙ уның менән ғорурланасаҡбыҙ, – тип белдергәйне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров спорт объекты асылған көндә. Күптән түгел ошо матур ваҡиғаға ике йыл тула.
Тотош илдә уға тиңдәр юҡ
Өфөләге Көрәш һарайының дөйөм майҙаны – 28 мең квадрат метр. Бында спорт комплексы, спорт көрәше мәктәбе, трибуналары булған, 3400 кешегә иҫәпләнгән универсаль зал, спортсылар өсөн ҡунаҡхана, конференциялар өсөн зал һәм башҡалар урынлашҡан. Физик һәм ихтыяр көсөн, һаулыҡты нығытыу, яңы спорт ҡаҙаныштарына өлгәшеү өсөн барлыҡ мөмкинлектәр бар.
Классик Олимпия уйындары төрө булған грек-рим көрәше, шулай уҡ Олимпия уйындарының береһе булған, япон хәрби сәнғәт төрө дзюдо, беҙҙең илдә барлыҡҡа килгән, көс структураларында эшләнгән, махсус хеҙмәттәрҙә, Рәсәйҙең Оборона министрлығында прикладной спорт төрө булған самбо, көрәштең көс төрө иҫәпләнгән грэпплинг, етеҙлекте, көстө һәм таҫыллыҡты арттырған ирекле көрәш буйынса секцияларҙа балалар күпләп шөғөлләнә. 18 көрәш келәме, халыҡ-ара кимәлдәге ике тотами, спорт ҡорамалдары һәм тренажерҙары, ял итеү урындары, заманса елләтеү системаһы һәм кейенеп сисенеү урындары Олимп тауҙарын үрләү өсөн ҙур дәр биреүсе объект булып тора. 25 метр оҙонлоҡтағы биш юлдан торған бассейн комплексы ла заман талаптарына ярашлы төҙөлгән.
Бында спорттың 29 төрө, шул иҫәптән көрәш, самбо һәм дзюдо төрҙәре үҫешә. 3,2 мең бала һәм үҫмер даими рәүештә күнекмәләргә йөрөй. Ай һайын Көрәш һарайына килеүселәр һаны 50 меңде үтә.
ӘЙТКӘНДӘЙ
Быйыл Рәсәй халыҡтары спартакиадаһының, 2022 йылғы турнир менән сағыштырғанда, бүләктәр суммаһы ике тапҡырға арттырылған. Был хаҡта Рәсәйҙең Спорт министрлығы хәбәр итте. Ярыштарҙа еңеү яулаусы – 500 мең һум, икенсе урын яулаусы – 300 мең һум, өсөнсө урынға лайыҡ булыусыға 200 мең һум ҡаралған. Өҫтәүенә, спорт сараларында ҡуйылған донъя рекорды өсөн 750 мең һум бирелә. Европа рекорды өсөн – 500 мең һум, Рәсәй рекорды өсөн 350 мең һум ҡаралған.
Фотолар: БР Спорт министрлығынан.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!