

21 августа Өфөнөң Көрәш һарайында ир-егеттәрҙең волейбол буйынса милли йыйылма командалары араһында халыҡ-ара спорт матчтары серияһы башланды. Уйындарға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй Волейбол федерацияһының генераль секретары Александр Ярёменко старт бирҙе.
Матчтар 24 авгусҡа тиклем дауам итәсәк. Уларҙа Рәсәй, Беларусь, Иран һәм Кубанан 88 кеше, шул иҫәптән 56 спортсы ҡатнаша.
Рәсәй ир-егеттәр йыйылма командаһының донъя аренаһына ҡайтыуы тураһында иғлан ителгәндән һуң, Өфөнөң тәүге киң күләмле халыҡ-ара матчтарҙы ҡабул итеүе символик мәғәнәгә эйә. Сөнки нәҡ Башҡортостан баш ҡалаһында 2019 йылда Рәсәйҙә үткән ир-егеттәр командаһының һуңғы рәсми уйындары – «Өфө-Арена»ла Милләттәр лигаһының төркөм этабы осрашыуҙары булғайны.
– Бөтә Башҡортостан исеменән дүрт милли йыйылма команданың иң көслө спортсыларын сәләмләргә рөхсәт итегеҙ, – тине Радий Хәбиров асыу тантанаһында. – Беҙ республикала волейболды бик яратабыҙ, «Динамо-Урал» командабыҙ менән ғорурланабыҙ. Бөгөн бында ошо иҫ киткес уйынды аңлаған һәм ҡәҙерләгән кешеләр йыйылды. Спортсыларға таҙа уйын, еңеүҙәр, уңыштар, ә бөтә ялҡынлы көйәрмәндәргә ҡыҙыҡлы һәм сағыу тамаша теләйем.
– Бөтә ҡатнашыусыларға, ойоштороусыларға, тамашасыларға рәхмәт! Башҡортостан етәкселегенә, «Динамо-Урал» клубына матчтарҙы үткәреүҙә күрһәткән ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәт белдерәм, – тине Александр Ярёменко. – Был бик мөһим ваҡиға. Командалар өсөн был киләсәк ярыштарға әҙерлектең етди этабы булып тора. Барығыҙға ла уңыштар теләйем!
Уйындарҙы ойоштороусылар билдәләүенсә, матч осрашыуҙары серияһы Рәсәй ир-егеттәр волейболының халыҡ-ара спорт тормошона ҡайтыуында мөһим этап буласаҡ һәм көйәрмәндәргә милли команданы сит илдең көслө дәғүәселәренә ҡаршы уйында яңынан күреү мөмкинлеген бирәсәк.
Асыу тантанаһынан һуң Рәсәй һәм Иран йыйылма командалары араһында матч булды. Көсөргәнешле көрәш 3:1 иҫәбе менән Рәсәй волейболсылары файҙаһына тамамланды.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.