

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда эске туризм ныҡлы үҫешә башланы. Хөкүмәттән алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, былтыр туристар һаны 2024 йыл менән сағыштырғанда 8,2 процентҡа артҡан. Республикабыҙ Рәсәй күләмендә һөҙөмтәһен яҡшыртып, рейтингта 16-сы урындан 13-сөгә күтәрелгән, ә Волга буйы федераль окргында өсөнсө урынға сыҡҡан.
Республикабыҙ, шөкөр, гүзәл тәбиғәт ҡомартҡыларына бай. Береһенән-береһе бейек, матур тауҙары, хуш еҫле ҡуйы урмандары, таҙа һыулы йылға-күлдәре, уларҙы берләштереп торған тәбиғәт парктары талғын, тыныс ялды үҙ итеүселәрҙән алып тау-ҡаяларға үрмәләргә яратҡан тәүәккәлдәргә тиклем йәлеп итә.
Башҡортостан халҡы үҙебеҙҙәге туристик объекттарға әүҙем йөрөй, был эске туризмды үҫтерергә һәм матур урындарҙы таныулы итергә ярҙам итә. Бынан тыш, гүзәл тәбиғәтебеҙ ҡомартҡылары илебеҙҙең башҡа тарафтарынан да сәйәхәтселәрҙе ҡыҙыҡтыра, айырыуса Силәбе, Ырымбур, Свердловск өлкәләре, Татарстан халҡы беҙгә килергә ярата.
Үҫешкә өлгәшер өсөн, әлбиттә, эҙмә-эҙлекле эш алып барыу мөһим. Беренсенән, дәүләт булышлығынан тыш бындай ҙур, үҙенсәлекле тармаҡта әллә ни алға китеш булмаҫ ине. “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проекты аша республикаға ярайһы федераль ярҙам бүленә. Был инфраструктураны үҫтерергә, йәғни ҡунаҡханалар, глэмпингтар булдырырға, кешеләрҙе йәлеп иткән урындарҙы төҙөкләндерергә, яңы маршруттар, электрон юл белешмәләре төҙөргә ярҙам итә.
Икенсенән, республикала туризм матур тәбиғәт урындарына ғына түгел, башҡа юҫыҡҡа бәйләп тә үҙгәрә. Мәҫәлән, этнография йүнәлешенә, ниндәйҙер ваҡиғаға бәйле саралар, гастрономия туризмы.
***
Ваҡиғалар туризмы тигәндә, миҫалға яңы ғына “Бөрө ҡәлғәһе” тарихи паркында үткән “Бөрө боронғолоғо” фестивален алырға була. Был сара эске туризмды үҫтереүҙең сағыу өлгөһө булып тора. 22–23 августа уҙған фестивалде республикалағы тарихи-мәҙәни һәм ваҡиғалар туризмы мөхитендәге иң күләмлеләрҙең береһе тип әйтергә кәрәк. Ул 2016 йылдан алып үткәрелә, быға тиклем “Ваҡыт йылғаһы” атамаһы менән билдәле ине. Һуңғы йылдарҙа был сара айырыуса популярлашып китте, ул меңәрләгән тамашасыны йыя. Быйылғыһында, ойоштороусылар әйтеүенсә, Рәсәҙең 11 субъектынан 150-гә яҡын реконструктор, халыҡ кәсептәре менән шөғөлләнеүсе 35-тән ашыу оҫта, фольклор коллективтары ҡатнашты.
Фестиваль Президент гранттары фонды һәм “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проекты ярҙамында ойошторола. Әйтергә кәрәк, хәҙерге көндә Бөрө Башҡортостандың ғаилә, тарихи-мәҙәни, ваҡиғалар туризмы үҙәге булараҡ үҫешә.
Ойоштороусылар төрлө сараларҙан торған бай программа төҙөгән. Унда Урта быуаттарҙың иң тәү осоронан алып Бөрө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыу, XX быуат ваҡиғаларына ҡәҙәр индерелгән.
Иң күләмлеһе – “XVII быуат. Ватан сиктәрендә. Баҫып инеү" хәрби-тарихи реконструкцияһы. “Бөрө уҡсылары” хәрби-тарихи клубында ҡатнашыусылар һәм илдең 11 төбәгенән йыйылған 150-гә яҡын реконструктор 1635 йылда Аблай хандың Себер урҙаһы яуын кире ҡағыу күренешен ойошторҙо. Уларҙың кейемдәре, яу ҡоралдары – дүрт быуат элеккеләрҙең теүәл күсермәләре.
Бынан тыш, тематик майҙансыҡтар эшләне. XVIII быуатта башҡорттарҙың йәйләүҙәге көнкүрешен һынландырырған урында уҡ атыу, милли аш-һыу әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре; урта быуаттарҙың иң башындағы көнкүреште, яуҙар ваҡытын кәүҙәләндергән реконструкторҙар лагеры; “Еңеү юлдарында” ретро-техника күргәҙмәһе; боронғо йолалар урын алған “Алма спасы” фольклор байрамы; “Мушкет һәм һорнай” фолк-рок-концерты; Бөрөнө әүәлге сауҙагәрҙәр ҡалаһы булараҡ күҙ алдына баҫтырырға ярҙам иткән кәсепселәр, сауҙа рәттәре – былар барыһы ла сараға килеүселәрҙе бик ҡыҙыҡһындырҙы.
Фестиваль шуны күрһәтте: ниндәйҙер ваҡиғаға бәйләп үткәрелгән сара аныҡ бер урынға туристарҙы күпләп йәлеп итергә һәләтле. “Бөрө боронғолоғо”н ике көн эсендә 10 меңгә яҡын кеше килеп ҡараны. Ойоштороусылар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, тамашасылар араһында Өфө, Бөрө халҡы ғына түгел, илебеҙҙең башҡа төбәктәренән, сит илдән килеүселәр ҙә булған.
Фестивалгә Башҡортостан Республикаһы етәксеһе Радий Хәбиров килеүе сараның баһаһын арттырҙы, власть органдарының тармаҡҡа ҙур иғтибар бүлеүен күрһәтте. Радий Фәрит улы фестивалгә юғары баһа биреп, уны тулыһынса үҙаллы булған йәмәғәт башланғысы тип атаны һәм креатив индустрияларҙың әһәмиәтле элементы булараҡ, республикала ошондай сараларҙы үҫтереүҙең мөһимлеген айырып билдәләне. Ул фестивалде республиканың ваҡиғалар календарына индереү фекерен белдерҙе, инфраструктураны яҡшыртыу буйынса бурыстар ҡуйҙы.
***
Әлеге фестиваль ниндәй һығымталарға килтерә? “Бөрө боронғолоғо” шуны дәлилләй: билдәле бер ваҡиғаға нигеҙләнгән сара теге йә был ергә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра, ә инфраструктураны үҫтереү, айырым башланғыстарҙы хуплау был ҡыҙыҡһыныуҙы туристар ағымына әүерелдерә. Башҡортостан Башлығының тарихи хәтерҙе һаҡлау, мәҙәни башланғыстарҙы үҫтереүгә иғтибары, хәстәре бындай проекттарға республика халҡын һәм ҡунаҡтарҙы йәлеп итергә ярҙам итә. Ә был, тарихи ваҡиғаларға иғтибар еребеҙҙе, туризмды, иҡтисадты үҫтереүгә лә булышлыҡ итә ала, тигән һүҙ.
Эске туризмды артабан үҫтереү өсөн, тимәк, урындағы тарихҡа, мәҙәниәткә, йолаларға бәйле саралар үткәреүҙе дауам итеү отошло. Халыҡҡа юл йөрөү, саралар майҙанына килеү уңайлыраҡ булһын өсөн, әлбиттә, инфраструктураны яҡшыртыу талап ителә. Сараларҙа ҡатнашыусылар аудиторияһын киңәйтеү маҡсатында, төрлө йәштәгеләргә төбәлгән майҙансыҡтар асыу ҙа һәйбәт һөҙөмтә бирә. Республикалағы ваҡиғаларҙы мәғлүмәт киңлегенә сығарыуҙы әүҙемләштереү илдең башҡа төбәктәренән туристарҙы йәлеп итеү өсөн отошло.
Ғөмүмән, Бөрө районының һуңғы йылдарҙағы йылдам үҫеше – дәүләт ярҙамы менән шәхси башланғыстарҙың матур һөҙөмтәләргә килтереүенә тағы бер дәлил. Уртаҡ тырышлыҡ туристар йәлеп итергә, хеҙмәттәр күрһәтеү тармағын үҫтерергә, тимәк, яңы эш урындары булдырырға мөмкинлек бирә, был, үҙ сиратында, район, ҡаланың иҡтисадын үҫтерергә ярҙам итә.
Шулай итеп, ваҡиғалар туризмы – бик уңышлы алым, тип әйтергә мөмкин. Республика етәкселегенең ярҙамы, урындағы власть тырышлығы, шәхси эшҡыуарҙарҙың ҡыҙыҡһыныуы, битараф булмағандарҙың әүҙемлеге эске туризмдың үҫеүенә ҙур этәргес була ала.
Фекер
Рөстәм КАМАЛОВ, иҡтисадсы, РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы доценты:
– Хәҙерге көндә Башҡортостанда рекреация зонаһы, ябайыраҡ әйткәндә, туризм өлкәһе, үҫеш кисерә, тип ҡыуанырға була. Эшҡыуарҙар тармаҡты үҫтереүгә шәхси тырышлыҡ һала, дәүләт ярҙамы ла күрһәтелә. Ил буйынса атҡарылған программаларҙа, милли проекттарҙа беҙҙең республика әүҙем ҡатнаша, үҙебеҙҙең эш йүнәлештәре билдәләнә. Был ҡыуандырмай ҡалмай.
Республикабыҙҙың туризм буйынса мөмкинлектәре бик ҙур. Был өлкә иҡтисадыбыҙҙың локомотивына уҡ әйләнмәһә лә, бәләкәй эшҡыуарлыҡ, муниципалитеттар иҡтисады өсөн ярайһы ҙур ярҙам була ала.
Миҫал өсөн Әбйәлилдәге Яҡтыгүлде алайыҡ. Ул күптән инде танылған, ял итеүселәрҙе күпләп йәлеп иткән урын. Ә бына шул тарафтарҙа боронғо кешеләрҙең тәүге торағы табылғаны тураһында һөйләгәндәрен ишеткән юҡ. Был ерҙе тап ана шул ваҡиғалар туризмына бәйләп тә үҫтерергә мөмкин бит.
Ғөмүмән, республикабыҙҙың ниндәй генә төбәген алһаҡ та, һәр ҡайһыһында тарихи урындар бар, туризмды шуға бәйләп үҫтерергә була. Бындай үҫеште Бөрө миҫалында ла асыҡ күрәбеҙ.
Элек Башҡортостан буйлап сәйәхәт итергә килеүселәр өсөн һанаулы ғына уңайлы урындар бар ине. Хәҙер иһә республика биләмәһендә ттәбиғәт ҡомартҡыларына барыу юлын күрһәтеп торған көрән төҫтәге билдәләрҙең арта барыуын берәү ҙә шәйләмәй ҡалмайҙыр, улар Башҡортостандың һәр районында тиерлек осрай. Был инде – туризм өлкәһендәге ыңғай үҙгәрештәргә, үҫеш өсөн мөһим ғәмәлдәрҙең арта барыуына сағыу дәлил. Тарихи ваҡиғаларға, мәҙәни һәм башҡа үҙенсәлектәргә бәйле саралар республикабыҙҙа туризм тармағындағы матур үҙгәрештәрҙе арттырыуға хеҙмәт итә.
Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА.
Фотоһүрәттәрҙә: “Бөрө боронғолоғо” фестивале меңәрләгән тамашасыны йыйҙы. Фотолар – glavarb.ru сайтынан; Рөстәм Камалов, шәхси архивынан.