Спорт һәм туризм
31 Августа , 11:00

“Йүгерек башҡорт” стартҡа саҡыра

– Мин һәр ваҡыт башҡорт халҡы вәкиле булыуымды күрһәтеү теләге менән яндым. Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, ҡайҙа ғына сығыш яһаһам да, милли рух көсөнә таяндым. Әммә, милләтемде күрһәтәм тип, “Мин – башҡорт!” тип ҡысҡырып йөрөп булмай ҙа инде. Тәүҙәрәк, әйткәндәй, бүләкләү тантаналарына таҡыя кейеп тә сыҡҡылағайным. Әммә... "Йүгерек башҡорт" Заһир Әминев менән әңгәмә - яҙмала.

“Йүгерек башҡорт” стартҡа саҡыра“Йүгерек башҡорт” стартҡа саҡыра
“Йүгерек башҡорт” стартҡа саҡыра

Бөгөнгө ҡунағыбыҙ – марафонсы, педагог-спортсы, тыумышы менән Учалы районының Илсеғол ауылы егете Заһир ӘМИНЕВ. Республикабыҙҙа ул күптәргә “Йүгерек башҡорт” исеме менән дә таныш. Заһир менән һүҙебеҙ спорт даирәһендә беректе. Әңгәмәне һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.

Бер интервьюғыҙҙа, йүгереү менән үҙемде белә-белгәндән шөғөлләнәм, тигәйнегеҙ. Шулай ҙа был юлға нисегерәк килдегеҙ?

– Бәләкәйҙән спортты күреп, яратып үҫтем. Быға атай тәрбиәһе лә, уның бер туған ҡустыһы Камил ағайымдың өлгөһө лә тәьҫир итмәй ҡалмағандыр, әлбиттә. Айырыуса саңғыла йөрөргә ярата торғайным. Хәйер, был спорт төрөн әле лә ташламағанмын. Беренсе класта уҡығанда үҙемдән бейек саңғыларҙы һөйрәп ярыштарға йөрөгәнем әле лә иҫтә. Башта мәктәп кимәлендә ҡатнаштым, унан ауыл, район бәйгеләре китте. Ҡыш саңғыла йөрөйөм, йәй иһә, әҙерлекте юғалтмайым тип, йүгерәм. VIII класҡа Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатына уҡырға килгәс тә яратҡан шөғөлөмдө ташламаным. Киреһенсә, нәҡ ошо осорҙа үҙемде еңел атлетикала астым. Физкультура уҡытыусыһы, тренерым Рәүеф  Кәримовҡа рәхмәт. Ул һәләтемде күрҙе, мөмкинлектәремде баһаланы һәм үҫтерҙе. Саңғысы, йүгереүсе тигән даным Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡыған йылдарымда ла мине оҙата килде. Республика, ил кимәлендәге саңғы ярыштарында, еңел атлетика буйынса уҙыштарҙа туған уҡыу йортомдоң исемен лайыҡлы яҡлай алыуым менән бәхетлемен. Әйткәндәй, нәҡ ошо осорҙа мине ғәҙәттәге өс-биш километрлыҡ дистанциялар ғына ҡәнәғәтләндермәгәнен аңланым. Миңә оҙон саҡрымдар кәрәк ине...

Һәм башлап нисә километрҙы һайланығыҙ инде?

– 21 саҡрым... Өфөлә үткән Рәсәй кубогы ине ул.

Ауыр булғандыр...

– Ышанаһығыҙмы-юҡмы, шул тиклем еңел үттем. Үҙемә лә бик оҡшап ҡалды. Нәҡ шул ваҡытта Өфөлә төрлө марафондар, еңел атлетика буйынса ярыштар әүҙемләшеп киткәйне, түҙмәнем, йәнә стартҡа баҫтым, йәнә 21 саҡрымға йүгерҙем. Был юлы стартҡа өсөнсө булып килдем.

Ә ҡайҙа әҙерләндегеҙ?

– Баш ҡаланың Урмансылар паркында. Унда, әлбиттә, әлеге кеүек шарттар ҙа, уңайлыҡтар ҙа юҡ ине. Кис сыҡһаң, ҡараңғы, тегендә-бында шағараҡ ҡороп ултырыусылар ҙа күп. Бергәләп йүгерергә янда иптәш тә юҡ. Әлеге ваҡыт менән сағыштырам да, ер менән күк араһы инде.

Берәйһе булһа, ошондай шарттарҙа йүгереүгә ҡул һелтәр ине. Тимәк, маҡсатығыҙ ныҡ булған.

– Эйе, ярыммарафонда икенсегә йүгергәс, өҫтәүенә өсөнсө урын да алғас, ике айҙан Өфөлә үтәсәк халыҡ-ара марафонда 42 саҡрымға сығасаҡмын тигән ныҡлы ҡарарға килгән инем. Университеттағы тренерым план төҙөп бирҙе, Камил ағайым кәңәштәрен әйтте. Уларға ҙур рәхмәт.

Тимәк, ысын марафонсы карьераһын шул саҡтан – 2015 йылдың сентябренән яҙа башланығыҙ...

– Шулай. Ғөмүмән, тәүге марафон кәйеф өсөн булырға тейеш. Унда ваҡыт мөһим түгел. Ошо арауыҡтан, күркәм башланғысыңдан кинәнес алыуың кәрәк. Әгәр финиш һыҙығын үтеп, бер нисә минуттан әлеге тәьҫораттарҙы йәнә бер тапҡыр ҡабатларға әҙерһең икән, тимәк, һин үҙ юлыңды тапҡанһың.

Шулай ҙа әйтегеҙ әле: тәүге марафонығыҙҙы күпме ваҡытта үттегеҙ?

– Ике сәғәт тә 57 минутта... Миңә ул бик еңел бирелде.

Ә бөгөн 42 саҡрымды нисә сәғәттә йүгерәһегеҙ?

– Әле һуңғыһын Санкт-Петербург ҡалаһында 2 сәғәт тә 34 минутта үттем. Сентябрь айында иһә Мәскәү марафонында ҡатнашырға теләк. Маҡсат – 2 сәғәт 30 минут арауығын яулау.

Белеүемсә, артабан һеҙҙең тормошоғоҙға Себер “елдәре” үтеп инә. Вахта ысулы менән эшләү, яуаплы һәм ауыр хеҙмәт шарттары... Ә бөгөн, нефть өлкәһендәге карьерағыҙҙан баш тартып, Өфө машиналар эшләү колледжында физкультура уҡытыусыһы бурысын атҡараһығыҙ. Был еңел яһалған аҙыммы, әллә ваҡыт үтеү менән килгән ныҡлы ҡарармы?

– Себер яғында мин ете йыл эшләнем. Унда ла спортты ташламаным, әлбиттә. Әммә ситтә барыбер ҙә был йәһәттән үҙем теләгән кимәлдә уңышҡа өлгәшә алманым. Эшемдә иһә аҙмы-күпме тәжрибә туплай, һөнәрем буйынса үҫешә барҙым. Спортҡа ынтылыш һүнер ҙә ине, бәлки... Ә миндә уны балҡытыу теләге көслөрәк булып сыҡты. Һәм, һис икеләнмәйенсә, тыуған республикама ҡайттым.

Һеҙ Өфөлә, Ҡазанда, Сочиҙа һәм хатта Ҡаҙағстанда үткән марафондарҙа ҡатнашҡанһығыҙ. Иң ныҡ хәтерегеҙҙә ҡалғаны ҡайһы старт булды?

– Беренсеһе. Иң ҡыҙығы, иң тулҡынландырғаны, иң ныҡ иҫтә ҡалғаны – ул. Дөрөҫөн әйткәндә, нисә марафонда йүгергәнемде иҫәпләгәнем дә юҡ, әммә беренсеһе онотолмай. Ә икенсе ҡалаларҙа сығыш яһауға килгәндә иһә, үҫеш өсөн уныһы ла кәрәк. Үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнап йәшәргә ярамай. Ситкә сығыу – ул тәжрибә, сағыштырыу, яңы таныштар. Әле бына Алматы ҡалаһына саҡырҙылар.

Сағыштырыу тигәндән, башҡа ҡалаларҙа марафондар нисегерәк ойошторола?

– Был йәһәттән беҙгә етеүсе юҡ. Әммә, мәҫәлән, Ҡаҙағстан яғында приздары һәйбәт. Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында иһә, ғәҙәттә, ҡатнашыусылар ныҡ күп була. Ғөмүмән, хәҙер марафондар йыш ойошторола.

Быйыл Өфөлә уҙған “ЗаБег. РФ” ярышында ярыммарафонды 1 сәғәт 14 минут та 58 секунд ваҡытта үтеп, еңеү яуланығыҙ. Яңыраҡ Һамар ҡалаһында үткән марафонда ошо уҡ арауыҡта беренсе килдегеҙ. Тиҙҙән Мәскәү халыҡ-ара марафонына сыҡмаҡсыһығыҙ. Йүгереү ялҡытмаймы? Арып киткән мәлдәрегеҙ булмаймы?

– Төрлө саҡ була инде ул. Әммә бындай осраҡтарҙа иң шәп таяныс – яҡындарыңдың теләктәшлеге, ярҙамы. Ҡайһы саҡта уларҙың тик бер һүҙе етә – йәнә тиҫтәләгән саҡрымдарҙы яуларға әҙерһең.

Хәҙер йүгереүселәр араһында “трейл” тигән төшөнсә модаға инеп китте. Тауҙарҙа, тәбиғәттә йүгереү. Һеҙҙең был спорт төрөнә ҡарашығыҙ нисек?

– Мин – “шоссейник”. Тиҙлек яратам. Ә трейл – ул сәйәхәт, ял. Әлбиттә, уның да үҙенсәлектәре бик күп. Тауҙарҙа йүгереү, тиҙлектән бигерәк, көс һәм сыҙамлыҡ талап итә. Унан, Башҡортостаныбыҙҙың тәбиғәте үҙе үк – ошо спорт төрөн үҫтереү өсөн яҡшы мөмкинлек. Кеше йүгерә лә, матурлыҡты ла күрә.

Ә трейлда үҙегеҙҙе һынап ҡарағанығыҙ булдымы?

– Әлбиттә. Быйыл, мәҫәлән, Ғафури районында үткән “Уҡлыҡая” трейлына барырға насип булды. Ә тәүге тапҡыр 2018 йылда Урал тауҙары буйлап 160 саҡрымға ойошторолған ошондай дүрт көнлөк сарала ҡатнашҡайным. Минең өсөн ул шундай тәүге һынау булды һәм бик оҡшаны. Әлбиттә, еңел түгел. Айырыуса һуңғы көндә. Бәлки, ошоғаса тик тигеҙ юлдан йүгереүем дә быға йоғонто яһағандыр. Шулай ҙа һөҙөмтәм насар булманы – дүртенсе килдем. Һәм, әйткәндәй, нәҡ шул трейлға тәүге тапҡыр ҡамсат бүрек кейеп сыҡтым.

Ә, ғөмүмән, ҡайҙан килде ул халҡыбыҙҙың милли баш кейемен кейеп йүгереү идеяһы?

– Мин һәр ваҡыт башҡорт халҡы вәкиле булыуымды күрһәтеү теләге менән яндым. Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, ҡайҙа ғына сығыш яһаһам да, милли рух көсөнә таяндым. Әммә, милләтемде күрһәтәм тип, “Мин – башҡорт!” тип ҡысҡырып йөрөп булмай ҙа инде. Тәүҙәрәк, әйткәндәй, бүләкләү тантаналарына таҡыя кейеп тә сыҡҡыланым. Элекке һабантуйҙарҙы ҡараһаң, унда ата-бабаларыбыҙ гел таҡыя, түбәтәй кейеп йөрөгән бит. Әммә дуҫтарым был идеямды оҡшатманы, “Килешмәй!” тип үк ебәрҙеләр. Шунда ҡамсат бүреккә туҡталдым да инде. Ул, ышаныуымса, миндә генә түгел, башҡаларҙа ла спортҡа, сәләмәт йәшәү рәүешенә ынтылышты көсәйтә.

Бөгөн һеҙҙе йәмғиәтебеҙҙә ҡамсат бүрек кейгән Йүгерек башҡорт тип таныйҙар, беләләр. Хәҙер “Йүгерек башҡорт” тигән спорт клубығыҙ ҙа бар. Унда кемдәр йөрөй? Профессионалдармы, әллә һәүәҫкәрҙәрме?

– Сикләү ҙә, һайлап алыу ҙа юҡ. Йүгерергә яратҡан, спортҡа битараф булмаған, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға ынтылған һәр кемгә ишегебеҙ асыҡ. Мин электән башҡорт егеттәрен, ҡыҙҙарын туплап, бергәләп йүгереп, төрлө ярыштарға йөрөп, Башҡортостанды танытыу идеяһы менән яна инем. Клуб – ана шул хыялымдың бер сағылышы. Һөҙөмтәләр ҙә бар. Егеттәребеҙ Ғаяз Дәүләтбәков, Илһам Таҡтаев, Сергей Додонов – күптән инде тәжрибәле марафонсылар.

Йүгерергә теләгән, әммә һаман йөрьәт итмәгәндәргә нимә тип әйтер инегеҙ?

– Йүгерегеҙ. Рәхәтләнеп йүгерегеҙ! Ҡайһы берәүҙәр, был ерем ауырта, шул ерем һыҙлай, улай шәп итеп хәрәкәтләнергә һаулығым юҡ шул, тип зарлана. Уларға, киреһенсә, йүгерергә кәрәк. Был – иң файҙалы спорт төрө. Эйе, күптәр мотлаҡ шәп итеп йүгерергә, хәлең бөткәнсе сабырға кәрәк тип уйлай. Ысынында улай түгел. Иң файҙалыһы – яйлап йүгереү.

Бөгөн һеҙ тренерлыҡ эшен дә уңышлы алып бараһығыҙ. Ҡасандыр нефть тармағындағы карьерағыҙҙы ҡалдырып, белгәнемде башҡаларға ла өйрәтәм тип йәнә спортҡа килеүегеҙҙең емештәрен күреү ҡыуаныслы!

– Эйе, мәктәп йылдарынан янымда булған тренерҙарымдың методикаһынан, үҙ тәжрибәмдән, төрлө сығанаҡтарҙан, китаптарҙан алынған мәғлүмәттән, билдәле марафонсыларҙың кәңәштәренән тупланған нигеҙле белемемә таянып эшләйем. Икенсе һөнәрем буйынса – уҡытыусымын. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамланым. Был да миңә тренерлыҡ эшен алып барыуҙа, ойоштороуҙа ярҙам итә. Унан һуң бит тормош бер урында ғына тормай. Спорт үҫешә, яңыра, талаптар ҙа үҙгәрә. Шуға даими рәүештә махсус курстар ҙа үтеп торам.

Заһир, һеҙҙең өсөн йүгереү нимә ул?

– Амбицияларымды тормошҡа ашырыу сараһы. Минең өсөн иң мөһиме – һөҙөмтә. Унан инде ошо спорт төрө аша үҙ халҡымды күрһәтә, башҡортлоғомдо таныта алам.

Бөгөн спортҡа ҡағылышлы иң ҙур хыялығыҙ, маҡсатығыҙ ниндәй?

– Тәүгеһе, әлбиттә, Европа кимәлендә үткән марафонда ҡатнашыу булһа, тағы бер ҙур теләгем, теләгем генә түгел, маҡсатым – 42 саҡрымды 1 сәғәт тә 30 минутта үтеп, иң көслө спортсылар исемлегенә эләгеү. Һәм йәнә бер оло хыялым бар: үҙ командам – “Йүгерек башҡорт” егеттәре һәм ҡыҙҙары менән Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең, донъяның төрлө ҡалаларында булып, милләтебеҙҙе киңерәк танытыу.

Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Заһир. Бар маҡсаттарың тормошҡа ашһын. Алда тағы ла еңеүҙәрең күп булһын!

Фотолар: З. Әминевтең шәхси архивынан.

“Йүгерек башҡорт” стартҡа саҡыра
“Йүгерек башҡорт” стартҡа саҡыра
“Йүгерек башҡорт” стартҡа саҡыра
“Йүгерек башҡорт” стартҡа саҡыра
“Йүгерек башҡорт” стартҡа саҡыра
“Йүгерек башҡорт” стартҡа саҡыра
“Йүгерек башҡорт” стартҡа саҡыра
“Йүгерек башҡорт” стартҡа саҡыра
“Йүгерек башҡорт” стартҡа саҡыра
“Йүгерек башҡорт” стартҡа саҡыра
Автор:Алсу Аглиуллина
Читайте нас