

5 сентябрҙә Октябрьскийға эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Рәсәй спорты” дәүләт программаһының “Бизнес-спринт (Мин спортты һайлайым)” федераль проекты сиктәрендә дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмын ҡулланып төҙөлгән йөҙөү бассейны майҙансығында булды.
Төбәк етәксеһе төҙөлөш-монтаж эштәрен башҡарыу барышы һәм буласаҡ спорт объектының мөмкинлектәре менән танышты.
Дөйөм майҙаны 11 мең квадрат метрҙан ашыу булған комплекс 2024 йылда төҙөлә башлаған. Проект 50 метрлыҡ йөҙөү бассейнын, термаль СПА-комплексты, универсаль спорт залдарын, шулай уҡ 84 номерлы ҡунаҡхананы үҙ эсенә ала. Шулай итеп, Октябрьскийҙа спорт менән шөғөлләнеү һәм ял итеү өсөн күп функциялы үҙәк булдырыла. Бассейнды 2027 йылда асыу планлаштырыла.
Башҡортостан Башлығы талап ителгән социаль объекттар булдырыу өсөн дәүләт-шәхси партнерлыҡ ҡоралдарының һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы.
– Октябрьский һәр ваҡыт спорт ҡалаһы булды. Мин үҙем бала сағымда бында көрәш буйынса ярыштарға килдем, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Ә “Бизнес-спринт” проекты ярҙамында бындай ҙур заманса объекттар төҙөү өсөн кәрәкле оҙайлы сроклы инвестициялар барлыҡҡа килә.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.