

«Октябрьский нефтяник» гәзите хәбәр итеүенсә, турнир Башҡортостан, Татарстан республикаларынан, Ырымбур, Ульяновск өлкәләренән 100-гә яҡын ҡатнашыусыны йыйған. Дүрт көн дауамында спортсылар 20 ауырлыҡ категорияһында көс һынашасаҡ.
Владислав Новицкий исеме Октябрьскийҙа бокс тарихы менән бәйле. Ул 2004 йылда ҡала федерацияһын етәкләгән һәм спортсыларҙың киләсәк еңеүҙәренә нигеҙ һалған кеше. Уның етәкселегендә боксёрҙар яңы кимәлгә күтәрелгән. Ә Рәсәй йыйылма командаһы составына ингән Леонид Костылёв - ҡаланың һәм республиканың ғорурлығы. 19 йәшендә ул Рәсәй чемпионы һәм Европа чемпионы исемен яулай, Октябрьский тарихында халыҡ-ара класлы спорт мастеры булған беренсе кеше.
Владислав Новицкий шулай уҡ Октябрьский пассажир автотранспорт предприятиеһы етәксеһе булараҡ та билдәле.
Октябрьский хакимиәте башлығы Алексей Пальчинский сараны асыу тантанаһында: «Владислав Николаевичтың ҡала тормошона индергән өлөшө күп ҡырлы булды: ул спортсыларға ярҙам итеп кенә ҡалмай, ә ветерандарҙы һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәрен дә хупларға көс таба ине», — тип белдерҙе.
Башҡортостандың Бокс федерацияһы генераль директоры урынбаҫары Рита Йәмилева бокс тәртип, характер тәрбиәләүен, көндәшкә хөрмәт уятыуын әйтеп, ҡатнашыусыларға намыҫлы бәйгеләр теләне.
Быйылғы ярыштарҙың үҙенсәлеге — ҡыҙҙарҙың ҡатнашыуы. Октябрьскийҙың «Раунд» бокс федерацияһы рәйесе Азат Гәрәев Октябрьскийҙан сыҡҡан WBA Asia чемпионы Азалия Әминеваның уңышлы сығыштарынан һуң ҡатын-ҡыҙ боксына ҡыҙыҡһыныу артҡанын билдәләне.
Был ваҡытта халыҡ-ара бокс федерацияһы (IBF) Өфө спортсыһы, донъя рейтингының еңел ауырлыҡ категорияһы лидеры Артур Собханғоловҡа Куба боксёры Энди Крусҡа ҡаршы бәйге билдәләне. Яҡтар 7 октябргә тиклем шарттарҙы килештерергә тейеш.
Әйткәндәй, Октябрьскийҙа эшләгән алты бокс клубында 600-ҙән ашыу кеше шөғөлләнә.
Фото: Яна Курганская / «Октябрьский нефтяник» гәзите.