

10 сентябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров спорт көрәше буйынса Рәсәй халыҡтары спартакиадаһының абруйлы ҡунаҡтары менән осрашты. Улар иҫәбендә – Олимпия уйындарының, донъя һәм Европа чемпионаттарының күп тапҡыр еңеүселәре һәм призерҙары, спорт көрәше буйынса тренерҙар.
Төбәк етәксеһе Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһына спартакиаданы ойоштороуҙа ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Беҙҙең өсөн был бик етди ваҡиға. Республика алты дисциплинала, шул иҫәптән спорт көрәшендә ярыштар ҡабул итә. Был Өфөлә ҙур объекттар төҙөү һөҙөмтәһендә мөмкин булды, улар иҫәбендә – Ишкәкле слалом комплексы, Фехтование үҙәге һәм Көрәш һарайы, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Бынан тыш, беҙҙең пландарҙа – төбәктең баш ҡалаһында Өҫтәл теннисы үҙәген, ҙур еңел атлетика манежын, шулай уҡ Бокс прогрессы үҙәген һәм Теннис академияһын төҙөү. Былар барыһы ла спортсыларҙы әҙерләү һәм иң юғары кимәлдәге ярыштарҙы үткәреү өсөн яңы мөмкинлектәр бирәсәк.
Башҡортостан Башлығы спорт ветерандарына һәм тренерҙарға үҫеп килгән атлеттар быуынын тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт әйтте.
– Һеҙ – ысын спорт легендалары. Башҡортостанға сәфәрегеҙ, Спартакиадаға килеүегеҙ – һеҙгә ҡарап яңы ҡаҙаныштарға ынтылыусы йәш көрәшселәр өсөн байрам ул, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Бәлки, бөгөн ярыштарҙа һеҙҙең менән буласаҡ олимпия чемпиондарын күрербеҙ.
Рәсәй Федерацияһы сенаторы, Рәсәй Геройы, өс тапҡыр олимпия чемпионы Александр Карелин республиканың үҫешкән спорт инфраструктураһын юғары баһаланы.
– Өфөлә төҙөлгән Көрәш һарайы Башҡортостандың йөҙөк ҡашына, иң ҡатмарлы турнирҙар үткәреү майҙансығына әүерелде, – тине Александр Карелин. – Республиканың баш ҡалаһын яңыртыу менән бер рәттән тарихи мираҫ тураһында ла онотмауығыҙ, мәҙәни объекттарҙы тергеҙеүегеҙ һәм музей эшен үҫтереүегеҙ мөһим. Был ҡала халҡында һәм ҡунаҡтарында дөрөҫ ҡиммәттәр булдыра.
Рәсәй Спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили билдәләүенсә, күп һанлы спорт объекттары һәм ярыштарҙың бай календары балалар һәм үҫмерҙәр өсөн көрәш, шул иҫәптән олимпия спорт төрҙәре менән шөғөлләнеүгә өҫтәмә стимул бирә.
– Һеҙ һәр балаға үҫешергә, көнәркәшлеккә һәләтле булырға өйрәнергә, үҙеңдә еңеүгә ынтылыш һәм спорт рухы тәрбиәләү мөмкинлеген бирәһегеҙ, – тип билдәләне Михаил Мамиашвили. – Был көслө шәхестәрҙе формалаштырыуға булышлыҡ итә һәм бөйөк милләтебеҙҙе нығыта.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар шулай уҡ тренерҙарҙың һәм остаздарҙың йәштәрҙе тәрбиәләүҙәге мөһим ролен билдәләне. Башҡортостан Башлығы физик әҙерлек менән бер рәттән үҫеп килгән быуындың әхлаҡи үҫешенә булышлыҡ иткән физкультура уҡытыусылары менән осрашыу үткәрергә ниәтләүен белдерҙе.
Фото: БР Башлығының рәсми сайтынан.