

10 сентябрҙә Өфөләге Көрәш һарайында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров данлыҡлы олимпия чемпиондары – сенатор һәм Рәсәй Геройы Александр Карелин, Рәсәй Спорт көрәше федерацияһы рәйесе Михаил Мамиашвили һәм атҡаҙанған спорт мастеры Давид Мосолбес менән бергә Спорт көрәше буйынса Рәсәй халыҡтары спартакиадаһының йомғаҡлау алыштарына старт бирҙе.
Ярыштарҙа 50 төбәктән 300-гә яҡын, шул иҫәптән Башҡортостандан ете атлет ҡатнаша.
– Республика спартакиадала ҡатнашыусыларҙы, һөҙөмтә өсөн ҙур яуаплылыҡ ятҡан тренерҙарҙы ҙур ихтирам менән сәләмләй. Советтар Союзы һәм Рәсәй Федерацияһы йыйылма командаларына, юғары алтын өсөн көрәшкән легендар спортсыларға айырым рәхмәт һәм ихтирам һүҙҙәре, – тине Радий Хәбиров. – Спорт легендалары – меңләгән йәш егет, малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн маяҡ, юл күрһәтеүсе йондоҙ, улар һеҙгә ҡарап, үҙ иленең көслө, ысын илһөйәрҙәре булырға теләй. Ярыштарҙа ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ғәҙел көрәш, еңеүҙәр теләйем.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ республикала спорт көрәшен үҫтереүгә өлөш индергән тренерҙарға дәүләт наградаларын тапшырҙы. Олимпия чемпиондары ла спортсыларҙы сәләмләне һәм Өфөлә турнирҙы ойоштороуҙың юғары кимәлен билдәләне.
– Башҡортостан етәкселегенә айырым рәхмәт һүҙҙәре. Радий Фәрит улы, команда эше өсөн рәхмәт. Ошо һөҙөмтәлә беҙҙә үҙенең техник мөмкинлектәре һәм архитектура ҡарарҙары буйынса үҙенсәлекле Көрәш һарайы бар, – тип билдәләне Александр Карелин.
– Совет осоронда уҡ Спартакиада ил төбәктәренең иң көслө вәкилдәрен берләштерҙе, улар өсөн айырым ваҡиға булды. Ул йәнә изге йолаға әйләнер тип ышанам, – тине Михаил Мамиашвили. – Һаулыҡ, шатлыҡ һәм, әлбиттә, көнәркәшле мөхит тойғоһо өсөн Башҡортостанға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
– Рәсәй Олимпия комитеты исеменән Радий Фәрит улына спорт байрамы, бөтә спорт ғаиләһе йәшәгән һәм оҙаҡ йылдар дауам итәсәк был матур һарай өсөн ҙур рәхмәт әйтеү минең өсөн ҙур хөрмәт, – тине Давид Мосолбес. – Барығыҙға ла яҡшы кәйеф һәм сағыу еңеүҙәр теләйем!
Башҡортостан Башлығы абруйлы ҡунаҡтар менән бергә “Көрәш һәм ең!” флешмобын башлап ебәрҙе.
Бынан алда Өфөлә йөҙөү, ишкәкле слалом, фехтование, триатлон һәм велосипед спорты буйынса ярыштар үтте. Атлеттар өсөн Спартакиадала ҡатнашыу ҙур халыҡ-ара турнирҙарға, шул иҫәптән 2028 йылда үтәсәк Олимпия уйындарына әҙерлектә мөһим этап.
Фото: БР Башлығының рәсми сайтынан.