

Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы сиктәрендә Өфөләге Көрәш һарайында классик стилдә көрәшкән спортсылар араһында ярыштар тамамланды. Республиканың өс спортсыһы бронза миҙал өсөн көрәште. 97 килограмлыҡ ауырлыҡ үлсәмендә Адлан Амриев Мәскәү өлкәһенән Анатолий Аверинды еңә алды.
Республикабыҙҙан ауыр ауырлыҡ үлсәмендә үҙ көсөн һынап ҡараусы көрәшселәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уңышҡа өлгәшә алманы. Өфөнән Нохчо Лабазанов 1:2 иҫәбе менән Дағстан спортсыһы Мөхтәр Ибраһимовтан еңелде. Белореттан Семен Панов 1:1 иҫәбе менән Мәскәү өлкәһенән Георгий Габеевтан отолдо.
Әлегә Башҡортостан командаһы барлығы 12 миҙал – дүрт алтын, өс көмөш һәм биш бронза яуланы.
Автор фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!