

Екатеринбургта “Рус баҡыр компанияһы” бүләгенә профессиналь бокс ярыштары үткәрелде. Төп алышта Башҡортостан спортсыһы Вилдан Минасов Владикавказдан Тигран Согоян менән осрашты.
Вилдан “RCC Boxing Promotions” алышының 61,2 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә гран-при яуланы. Ул финалда Владикавказдан Тигран Согоянды еңде, ә быға тиклемге көнәркәшселәрен ике тапҡыр нокаутҡа оҙатты. Был еңеүе өсөн Вилдан Минасовҡа “WBA Gold International” титулы билбауы тапшырылды. Өҫтәүенә был алышта уңышлы сығыш яһауы егетте WBA-ның топ-15 рейтингына ҡайтарҙы. Әйткәндәй, 29 йәшлек Вилдан Минасов финалға тиклем Үзбәкстандың ике боксерын нокаутҡа ебәрҙе. Спортсының ошо сағыу еңеүҙәренән һуң Рәсәйҙең күп бокс белгестәре уны “башҡорт һәм Мейәс мексиканы” тип атаны. Вилдан сығышы менән Учалы районының Ҡорама ауылында тыуып үҫкән. Әле ул Мейәс ҡалаһында йәшәй һәм “Олимп” бокс залында шөғөлләнә.
Фото: Вилдан Минасовтың шәхси архивынан.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ