

Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы сиктәрендә Татарстанда “Аҙ калибрлы винтовка. 50 м” олимпия күнекмәләрендә Башҡортостан уҡсыһы Матвей Потапов алтын миҙалға лайыҡ булды.
Белеүебеҙсә, Матвей – Белорет районының Спорт мәктәбе олимпия резервы тәрбиәләнеүсеһе. Тренеры – Анатолий Посаженников. Спортсыбыҙ тотороҡло рәүештә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүе менән көйәрмәндәрҙең хөрмәтен яулай бара.
ҺҮРӘТТӘ: Матвей Потапов тренеры Анатолий Посаженников менән.
Фото: Әмирхан Кәлимуллин, Татарстандың Спорт министрлығы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!