

Бөгөн республиканың туғыҙ ҡала һәм районында "аҡыллы" спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа килде. Асыу тантанаһы дүшәмбе Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә үтте, уларҙың эшенә стартты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бирҙе.
Вице-премьер — спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итеүенсә, был майҙансыҡтар Күмертауҙа, Сибайҙа, Октябрьскийҙа, шулай уҡ Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Өфө, Бәләбәй һәм Белорет райондарында асылды.
Был райондар кәңәшмәлә видеобәйләнеш аша тура эфирға сыҡты. Муниципалитет хакимиәттәре башлыҡтары республика етәкселегенә кешеләргә физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн яңы урындар булдырған өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Хәҙер һәр кеше — беренсе класс уҡыусыһынан алып ветеранға тиклем – спорт майҙансығына килә, куар-кодты сканерлай һәм профессиональ тренерҙарҙан шәхсән видеокүрһәтмә ала ала, – тине Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев.
Радий Хәбиров район һәм ҡала халҡын сәләмләне, был ваҡиға менән ҡотланы.
– Барығыҙҙы ла ҡотлайым! Бик яҡшы эш. Изге юл! – тине Башҡортостан Башлығы.
Вице-премьер Руслан Хәбибов белдереүенсә, “Спорт секцияларында, клубтарҙа спорт менән шөғөлләнеү менән ҡәнәғәтлек” һәм “Асыҡ спорт объекттары менән ҡәнәғәтлек” күрһәткестәре буйынса 2025 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең иң яҡшы ун төбәге иҫәбенә инә.
Ошоноң ише ваҡиғалар был күрһәткесте тағы ла яҡшыртырға ярҙам итә.
Фото: видеонан скриншот.