Спорт һәм туризм
6 Октябрь , 09:00

Әбйәлил егете Сурдлимпия уйындарында ҡатнашасаҡ

Рәсәй спортсылары 2027 йылда Австрияла үткәреләсәк ҡышҡы Сурдлимпия уйындарында ҡатнашыу хоҡуғын алды. Улар шәхси нейтраль спортсы статусында үҙ көсөн һынап ҡараясаҡ. Тулыраҡ - сайтта:

Добавить в предпочтительные источники Google
Әбйәлил егете Сурдлимпия уйындарында ҡатнашасаҡӘбйәлил егете Сурдлимпия уйындарында ҡатнашасаҡ
Әбйәлил егете Сурдлимпия уйындарында ҡатнашасаҡ

Рәсәй спортсылары 2027 йылда Австрияла үткәреләсәк ҡышҡы Сурдлимпия уйындарында ҡатнашыу хоҡуғын алды. Улар шәхси нейтраль спортсы статусында үҙ көсөн һынап ҡараясаҡ.

Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостандан  ике вәкил – Зөлфир Зәйнуллин менән Алиса Иванова – бар. Сығышы менән Әбйәлил районының Рысҡужа ауылынан Зөлфир Зәйнуллин Өфөлә махсуслаштырылған коррекция мәктәп-интернатында тәрбиәләнә, унда ете йәшендә тәүге тапҡыр саңғыға баҫа. Зөлфир Өфө күп профилле колледжын тамамлаған, тренер һөнәрен алған һәм бөгөн спорт менән йәшәй. Уны Олег Иванов әҙерләй. 2022 йылда тау саңғыһы спорты буйынса Бөтә Рәсәй, округ һәм республика ярыштарында Зөлфир биш алтын, биш көмөш һәм ике бронза миҙал яуланы, шул ваҡыттан алып Башҡортостан йыйылма командаһы составында тиҙлектә төшөү, супер-гигант, комбинация, гигант-слалом, слалом кеүек төрҙәрҙә сығыш яһай.

Алиса Иванова параллель иҫәптә Башҡортостан менән Новосибирск өлкәһе өсөн сығыш яһаясаҡ. Былтыр ул һаңғырауҙар араһында тау спорты буйынса Рәсәй ярыштарында өс тапҡыр беренсе урынға лайыҡ булғайны.

Әйткәндәй, Сурдлимпия уйындары 2027 йылдың 15 – 24 ғинуарында Австриялағы Инсбрук һәм  Зеефельд тау саңғыһы курорттарында ойоштороласаҡ.

Фотолар: БР Спорт министрлығынан.

Әбйәлил егете Сурдлимпия уйындарында ҡатнашасаҡ
Әбйәлил егете Сурдлимпия уйындарында ҡатнашасаҡ
Автор:Айһылыу Низамова