

Рәсәй Президенты Владимир Путин “РФ дәүләт наградалары менән наградлау тураһында”ғы Указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, Өфө ҡалаһы Октябрь районы хакимиәтенең физкультура һәм спорт бүлеге етәксеһе Леонид Ильинға ҙур ҡаҙаныштары өсөн “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура һәм спорт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде.
Беҙ Леонид Николаевичты ошондай мәртәбәле исемгә лайыҡ булыуы менән ҡотлайбыҙ. Уға ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, яңынан-яңы уңыштар һәм шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ.
ҺҮРӘТТӘ: Леонид Ильин күптән түгел Рәсәй Геройы Максим Серафимов иҫтәлегенә ярыштар үткәрелгән ваҡытта (һулдан икенсе).
Автор фотоһы.