Баланың хәүефһеҙлеге тулыһынса ата-әсә ҡулында. Кескәйҙәрҙең автомобилдә һәләк булыуының төп сәбәбе, әлбиттә, юл-транспорт фажиғәләре. Ә бына икенсе урында – эҫе һуғыу. Йылы көндө сабыйҙы ябыҡ машинала бер нисә минутҡа ҡалдырыу ҙа бәләгә килтереүе ихтимал.
Йәй етте, көндәр эҫей башланы. Тимер автомобилдең салоны, тышта әллә ни эҫе булмаһа ла, бер нисә минутта бик ныҡ ҡыҙырға мөмкин икәнлеген башығыҙҙан сығармағыҙ. Мәҫәлән, тыштағы 22 градус салонда “һә” тигәнсә 47 градусҡа етә. Халыҡты даими иҫкәртеп тороуға ҡарамаҫтан, йыл һайын йәй көнө ошоға бәйле ҡурҡыныс хәлдәр булып тора. Ата-әсә йоҡлаған баланы “биш минутҡа” ғына машинала ҡалдырып магазинға инә, сығыуына уның үле кәүҙәһен таба.
Сабыйығыҙ ни тиклем бәләкәй булһа, хәүеф шул тиклем ҙурыраҡ. Сәбәбе – уларҙың термокөйләү процесы камиллашып бөтмәгән. Өлкәндәр үҙҙәренә нисек тә ярҙам итә ала – тәҙрә асырға, тышҡа күләгәгә сығырға, һыу эсергә мөмкин, бәләкәй бала иһә тотҡонға әүерелә.
Эҫе һуғыуҙың тәүге билдәләре – ныҡ итеп тирләү. Тимәк, организм юғары температура менән үҙе көрәшеп маташа. Ә инде баланың тәне ҡоро булһа һәм ҡыҙыл төҫкә инһә, был ҙурыраҡ хәүеф тураһында һөйләй. Уның йөрәк тибеше йышая, ҡоҫа башлай, аңын юғалтыуы ихтимал. Тиҙ арала ярҙам күрһәтелмәһә, эҙемтәһе бик насар.
Беренсе ярҙамды үҙегеҙ күрһәтә алаһығыҙ. Тәү сиратта баланы һыуыҡ урынға сығарырға, кейемен сисергә кәрәк. Минераль һыу эсерегеҙ. Һыуыҡ һыуҙа сепрәкте һыулап башына, түшенә һалығыҙ. Был ғәмәлдәрҙе башҡарғандан һуң, мотлаҡ табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
Бәләкәй баланы автомобилдә яңғыҙын ҡалдырып китеүҙең башҡа хәүефтәре лә бар. Нисек кенә булмаһын, машина юл буйында тора. Күҙ асып йомғансы уға икенсе транспорт сараһы килеп бәрелеүе ихтимал.
Салонда йоҡлап ҡалған яңғыҙ сабыйҙың, ҡапыл уянып, ҡайышын ысҡындырып, ата-әсәһен эҙләп тышҡа сығып китеүе бар. Ишекте аса алмаһа ла, алға күсеп автомобилде тоҡандырыуы, уның башҡа машинаға барып бәрелеүе лә мөмкин...
Бер һүҙ менән әйткәндә, балағыҙ ҡәҙерле икән, уны бер ниндәй шарттарҙа ла яңғыҙын ҡалдырмағыҙ! Йә уятып бергә алып сығығыҙ, йә өлкән бер кеше янында ҡарауыллаһын. Яуаплылыҡ – тулыһынса ата-әсә иңендә.