Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
3 Июль 2019, 01:19

Әсәлек капиталына – машина

Әсәлек капиталына автомобиль алырға теләүселәр байтаҡ. Быны рөхсәт иткән закон ғына һаман юҡ. Яңыраҡ Дәүләт Думаһы депутаттары сираттағы тапҡыр ошондай тәҡдим менән сығыш яһаған.

Фото: zen.yandex.ru
Фото: zen.yandex.ru
Әсәлек капиталына автомобиль алырға теләүселәр байтаҡ. Быны рөхсәт иткән закон ғына һаман юҡ. Яңыраҡ Дәүләт Думаһы депутаттары сираттағы тапҡыр ошондай тәҡдим менән сығыш яһаған.
Әсәлек капиталына машина алыуҙы рөхсәт иткән бер нисә закон проекты бар, тик уларҙың барыһы ла кире ҡағылған. Ҡаршы дәлилдәр билдәле – ғаилә был аҡсаға ҡиммәтле машина һатып аласаҡ. Ул иһә – байлыҡ билдәһе, бының бала мәнфәғәтенә ҡағылышы юҡ, тип иҫәпләй белгестәр.
Яңы закон авторҙары был талаптарҙың барыһын да иҫәпкә алған. Рөхсәт булып, капитал аҡсаһына автомобиль алынһа, уны шунда уҡ бала мөлкәте тип яҙасаҡтар. Шулай уҡ уның хаҡы 1 миллион һумдан ҡиммәт булмаҫҡа, ҡеүәте 125 ат көсөнән артмаҫҡа тейеш. Унда во­дителдекенән тыш, тағы кәмендә өс пассажир урыны булыуы ла мотлаҡ шарт буласаҡ. Был купе кузовлы спорт автомобилдәрен, ял һәм күңел асыуға тәғәйен­ләнгәндәрен алмау өсөн эшләнә. Әгәр “тимер ат”ты өс йыл эсендә һатып ебәрһәләр, әсәлек капиталы аҡсаһын кире ҡайтарып бирергә тейешһең.
Әйткәндәй, илдең ҡайһы бер төбәктәрендә капитал аҡсаһына машина алыу урындағы ҡануниәт менән рөхсәт ителгән. Мәҫәлән, Бүрәт Республикаһында әсәлек капиталына үҙ аҡсаңды ла ҡушыу шарты менән автомобиль алырға ярай. Ямал-Ненец автономиялы округында бер йылдан да “ҡартыраҡ” булмаған машиналарҙы ла һатып алыу рөхсәт ителгән икән.
Был йәһәттән белгестәрҙең фекере төрлөсә. Закон яҡлылар уның тик ыңғай яҡтарын күрә. Мәҫәлән, балалар һаны артыу менән уларҙы йөрөтөү ауырлаша, машина иһә ярҙамға килә. Балалар баҡсаһы, мәктәп, түңәрәктәр, тәбиғәт ҡосағы – барыһы ла яҡынаясаҡ. Атай кеше иһә машина талап ителгән күберәк аҡсалы урынға эшкә урынлаша алыр ине.
Икенселәр иһә ҡаршы. Рәсәйҙә былай ҙа әсәлек капиталын ҡулаҡсаға әйләндереүҙең “һоро” схемалары бихисап. Автомобиль алыу уларҙы арттырып ҡына ебәрәсәк, шуға күрә “капиталды торлаҡҡа файҙаланыу күпкә яҡшыраҡ” тиеүселәр күберәк. Артабан ни булыр, күҙ күрер.
Читайте нас: