Яңы автомобиль һатып алыу теләге электән бар ине, әлбиттә. Ни өсөндөр һәр ваҡыт, сағыштырмаса яңы булһа ла, тотонолған машиналарҙа йөрөргә тура килде шул. Ирем менән бергәләп теләгән моделде әллә ҡасан билдәләп ҡуйғанбыҙ, уның хаҡын, күпме кредит алһаң, ни саҡлы түләргә кәрәклеген дә иҫәпләп сығарғанбыҙ. Хәҙер рәхәт бит, машина һатҡан рәсми дилерҙың сайтына инәһең дә, кеҫәңә ҡарап, автомобилдең конфигурацияһын һайлайһың, аҙаҡ шунда уҡ булған кредит калькуляторы ярҙамында иҫәпләп тә сығараһың. Һәр хәлдә, автосалонға үҙеңдең мөмкинлектәреңде белеп, тейешле аҡсаны һанап бараһың, тип уйлағайныҡ беҙ... Ысынбарлыҡта иһә барыһы ла башҡаса килеп сыҡты.
Матур йылмаялар, ҡаты ултырталар
Шулай бер көн, тәүәккәлләп, киттек автосалонға (реклама йә антиреклама яһамау маҡсатында автосалондарҙың да, алған машинабыҙҙың да исемен яҙып тормайым). Үҙебеҙсә был ҙур әйберҙе алыуға төплө генә әҙерләнһәк тә, етәрлек дәрәжәлә булмай сыҡҡан икән.
Ишек төбөнән үк мөләйем йылмайып ҡаршылаған ҡыҙҙар шунда уҡ менеджер янына оҙатты, уныһы үҙ сиратында сәй, ҡәһүә тәҡдим итте. Кәрәкле автомобиль маркаһын һәм комплектацияһын әйтеп биргәс, беҙгә уның хаҡы һәм башҡа кәрәкле мәғлүмәттәр яҙылған ҡағыҙ тоттороп ҡуйҙылар. Әйтергә кәрәк, менеджер ҡыҙыбыҙ Лиана (исеме үҙгәртеп алынды) бик сос ине, шул уҡ ваҡытта үҙен бик ипле тота, һәр һорауға яуап бирә. Әгәр бөгөн үк ҡарар ҡабул итеп, автомобилде алырға ризалашһаҡ, ҙур ғына бүләктәр ҙә вәғәҙәләй. Быныһы инде беҙҙе бөтөнләй иретеп ебәрҙе. Кемдең яңы автомобилгә бүләккә ҡышҡы тәгәрмәстәр тупланмаһы, сигнализация, резина япмалар һәм башҡа уңайлыҡтар алғыһы килмәһен?! Яңы машинаның бушлай килмәгәнен бөтәһе лә белә бит, ә һатып ала башлаһаң, тағы ла һиҙелерлек сумманы сығарып һалырға кәрәк...
Ҡыҫҡаһы, күңелгә ятты был салон. Яйлап эштең мөһименә, аҡса, кредит, ташламаларға ла сират етте. Һәм... иң ҡыҙығы ошонда башланды ла инде. Беҙҙең тәүге шарт әле йөрөгән машинабыҙҙы трейд-ин буйынса тапшырыу ине. Шулай иткән осраҡта автосалон 40 мең һум ташлама бирә. Әлбиттә, баҙар иҡтисады шарттарында барыһы ла аңлашыла: был ташлама автосалондың мәрхәмәтлеге түгел, ә автомобилдең хаҡын баҙарҙыҡы менән сағыштырғанда, шул самаға кәметеү менән бәйле. Эйе, һатып алыусы табып, уның менән һатыулашып, документтар юллап йөрөп хитланғың килмәй икән, әйҙә тапшыр, мәшәҡәте күпкә әҙерәк. Беҙ ҙә шулай ҡарар иттек. Автомобилебеҙҙе яҡынса 200 мең һумға баһаланылар һәм 40 мең һум ташлама менән тәүге иғәнәбеҙ 250 мең һум тәшкил итте. Әйткәндәй, автомобилебеҙҙе үҙебеҙ һатһаҡ, хаҡы шулай уҡ 240-250 мең һум булыр ине.
Шулай итеп, автомобилдең хаҡы 900 мең һум булһын, ти. Беҙгә “Ғаилә автомобиле” һәм “Тәүге автомобиль” тип аталған ике дәүләт программаһының береһен һайлап, тағы 10 процент ташлама вәғәҙә иттеләр. “Ғаилә автомобиле” программаһы буйынса алһаң, ғаиләлә ике бала булырға, ә икенсе программаға ярашлы, автомобилең документтар буйынса тәүгеһе булырға тейеш ине. Бында бер нисә шарт бар, программа ташламаһынан файҙаланыу өсөн автомобиль мотлаҡ кредитҡа алынырға һәм уның хаҡы 1 миллион һумдан ҡиммәтерәк булмаҫҡа тейеш. Шулай итеп, дәүләт программаһы буйынса тағы 90 мең һум ташлама яһалды. Тегеләй иҫәпләп, былай һанап, һөҙөмтәлә кредитҡа 600 мең һум самаһы аҡса кәрәк булып сыҡты.
Иң ҡыҙығымы, әллә ҡыҙғанысымы?
Был йәһәттән автосалондарҙа кредит алыу мәсьәләһе бик уңайлы хәл ителгән. Йәнең теләгән банктың хеҙмәткәре шунда ултыра, “һә” тигәнсә һиңә ғариза төҙөп бирә һәм уны банктың үҙәк офисына ебәрә һала. Рәсми эш хаҡы етмәһә, арттырып яҙырға тәҡдим итәләр. Бер һүҙ менән әйткәндә, һин автомобиль алһын өсөн барыһы ла эшләнә.
Бер нисә банкка ғариза ебәреп, ярты сәғәт тә көтмәнек, “кредит бирергә риза” тигән ҡарар менән яуаптар ҡойола башланы. Менеджер ҡыҙ менән банк хеҙмәткәре беҙҙең өсөн иң түбән ставканы һайлашты, түләүҙәр графигын баҫтырып бирҙеләр.
– Бөгөн машинаны алған хәлдә, мин генераль директор менән һөйләшеп, һеҙгә бүләктәр бирә алам, – тине Лиана. – Тик был тәҡдим бер көн генә ғәмәлдә, аҙаҡ килһәгеҙ, машинағыҙҙы алып китеүҙәре ихтимал, бүләк тә булмаясаҡ.
Әле иҫке машина трейд-инға тапшырылмаған, төплө диагностика үтмәгән. Иң мөһиме, ҡулда бөтөнләй аҡса юҡлығы, ҡарар ҡабул итергә әҙер булмауыбыҙ тураһында ишеткеһе лә килмәне уның. Килешеү төҙөп, аванс ҡалдырыуҙы һораны.
Тап шул мәлдә ниндәйҙер шик тыуа башланы ла инде. Автомобиль икмәк түгел, уны көн һайын алмайһың. Ә бында уйларға ла ирек бирмәй бөрөп баралар. Шул саҡ түләү графигы буйынса ла һорауҙар тыуҙы. 600 мең һум аҡса кәрәк ине беҙгә, ә ҡағыҙ буйынса төп бурыс 746 мең һум сыға. Тегеләй һанап ҡарайбыҙ, былай һанап ҡарайбыҙ, әммә һис аңлап булмай. Артыҡ 146 мең һум ҡайҙан барлыҡҡа килә һуң? Әйткәндәй, яңы автомобилде автокредитҡа алғанда, мотлаҡ КАСКО һатып алырға тейешлеген бөтәһе лә белә. Уның хаҡы, водителдең тәжрибәһенә ҡарап, йылына – 55-70 мең һум самаһы. Лианабыҙ иһә беҙгә 19900 һумға “еңелләштерелгән” КАСКО тәҡдим итте. Йәнәһе, авария-фәлән була ҡалһа, иҫәпле осраҡтарҙа ғына түләнәсәк. Беҙ уға ризалаштыҡ һәм был 20 меңде ҡулаҡса рәүешендә түләргә теләк белдерҙек. Тимәк, был иҫәпкә ул инергә тейеш түгел. Яңынан банк хеҙмәткәренә барып, артыҡ сыҡҡан аҡсаны аңлатыуҙы һорайбыҙ. Ғүмерҙе һәм һаулыҡты страховкалау ниндәйҙер мотлаҡ түләүҙәр булып сыҡты. Имеш, был страховканан баш тартырға ярамай. Тартһаң, процент ставкаһы арта ла, барыбер шул сумманы артығы менән түләйәсәкһегеҙ, тип аңлата банк хеҙмәткәре.
Был хәл минең һәр аҙымын уйлап, һанап эшләгән ирҙе уйға һалды, бөтөнләй күңеленә ятманы. Мин иһә “шарты шулай булғас, ни эшләйһең инде, ризалашайыҡ та ҡуяйыҡ” тигән фекерҙәмен. Барыбер машина алырға кәрәк, бөгөн риза булмаһаҡ, бүләктән дә ҡолаҡ ҡағабыҙ бит, тип уйлайым. Шулай бер аҙ бәхәсләшеп ултырғандан һуң, аҙаҡ кире алып була тигән шарт менән аванс ҡалдырып, ҡайтып киттек.
Юҡ, был хәл бер ҙә оҡшаманы бит. Былай ҙа биш йыл ҙур ғына сумма кредит түләргә тура киләсәк, артыҡ 150 мең һум иһә бөтөнләй күңелгә ятманы. Шул саҡта ғына яңыраҡ салондан автомобиль һатып алған таныштар иҫкә төштө. Уларға шылтыратып кәңәшләшергә, белешергә булдыҡ.
Беләһегеҙме нимә тинеләр бөтәһе лә бер тауыштан? Шул уҡ дилерҙың икенсе салонына барып ҡарағыҙ һәм икенсе шарттар һорағыҙ. Быныһы аптыратты, әлбиттә. Нисек инде, автосалон баҙар түгел, машинаның билдәләнгән хаҡы бар, һатыулашыу урынлымы ни?
Шулай ҙа иртәгәһенә икенсе автосалонға юлландыҡ. Бында беҙҙе энергияһы ташып торған йәш егет Эмиль ҡаршы алды. Тәүҙә башты иҫәргә һалып, тәүге көн автомобиль эҙләгән кешегә һалышып, мөрәжәғәт иттек. Ул шул уҡ шарттар тураһында һөйләп бирҙе. Шунан инде ысынын әйтеп бирҙек. Бына ошо мәлдә егеттең күҙҙәре янып китте.
– Эйе-эйе, улар күптән эшләй, шуға күрә хаҡты арттырыу осраҡтары ла бар. Ә беҙ баҙарҙа күптән булмағас, клиенттарҙы йәлеп итеү яҡлы, – тине ул.
Барыһы ла аңлашыла, менеджерҙың эш хаҡы һәр һатылған автомобилдән тора, шуға күрә клиентты ҡулдан ысҡындырмау өсөн улар барыһын да эшләргә әҙер. Эмиль дә эштең айышына тиҙ төшөнөп алды һәм беҙҙең өсөн иң уңайлы шарттар эҙләште.
Шул уҡ дәүләт программаһы буйынса – 10 процент, трейд-ин өсөн 40 мең һум ташлама. Шарттар бер иш кеүек. Егет беҙҙең машина алыу ниәтенең ныҡлы булыуын, “теге”ләргә аванс ҡалдырыуҙы белгәс, өҫтәп 20 мең һум ташлама тәҡдим итте. Әһә, быныһы ҡыҙығыраҡ. Ҡаптыҡ. Артабан салонда ултырған төрлө банк хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт иттек. Эмиль, арттан ҡалмай бергә йөрөп, хәлде аңлатты.
Алдан ризалатылған кредит булғас, банктарҙан яуап көтөп ултырыу кәрәкмәне. Ҡыҙҙар компьютерҙы асып, беҙҙең алдағы шарттарҙы ҡараны... һәм шыш-пыш ҡына итеп мониторға ымлаша башланы. Быны күреп торған Эмиль менән дә шым ғына һөйләшеп алғас, ысынбарлыҡты әйтеп һалырға булдылар. Баҡһаң, тәүге салон кредит менән бергә 150 мең һум самаһы артыҡ хеҙмәттәр яҙған. Аҙаҡ ҡына аңлап ҡалдыҡ, менеджер менән банк хеҙмәткәрҙәре ошолай үҙҙәренә аҡса эшләй икән. Ниндәйҙер “юлдағы финанс ярҙамы” өсөн 25 мең һум (беҙгә ул кәрәкмәй), ғүмерҙе страховкалау иң ҙур ставка менән эшләнгән (уны кәметергә була) һәм тағы әллә нимәләр. Ә күңелде иң ныҡ ҡырғаны күҙгә ҡарап алдауҙары булды. Баҡһаң, 19900 һумлыҡ “еңелләштерелгән” КАСКО бөтөнләй булмай (уны кредитҡа индермәй айырым түләргә һөйләшкәйнек) һәм уның 55 мең һумлығын кредит эсенә тыҡҡандар! Беҙ уларҙан бурыстың нисә һумы ниндәй хеҙмәт өсөн икәнлеген бер нисә мәртәбә һорап ҡараныҡ. Юҡ, банк ундай мәғлүмәт бирмәй, тип кенә әйттеләр.
Әйткәндәй, “тик бөгөн алһағыҙ һәм тик һеҙҙең өсөн генә” тигән бүләктәр ҙә сираттағы тоҙаҡ булып сыҡты. Баҡһаң, был бүләктәр һәр кемгә лә ҡаралған икән! Уны алыу өсөн ни бары матурлап менеджер менән һөйләшеү генә кәрәк. Әлбиттә, һорамаһаң, бәлки, берәү ҙә бирмәҫ һәм кемдеңдер кеҫәһенә инеп ятыуы ла ихтималдыр. Шулай ҙа клиентты йәлеп итеү, ҡулдан ысҡындырмау өсөн һәр кемгә тиерлек бүләк ҡаралған.
Шулай эштәр. Эмиль беҙгә “буш” кредит алырға ярҙам итте. Аҙаҡ үҙенең әйтеүенсә, менеджерҙар ошо кредитта байтаҡ аҡса эшләй икән. Әлбиттә, бындай кешеләрсә мөнәсәбәт һәм шарттар булғас, беҙ автомобилле булдыҡ. Бер ни тиклем аҡса ла кеҫәлә ҡалды, алданыу тойғоһонан күңел дә кителмәне.
Был хәл оҙаҡ ҡына баштан сыҡмай йөрөнө. Яңы автомобиль һатып алған таныштар менән дә аралаштыҡ. Шуныһы ҡыҙыҡ: беҙгә икенсе салонға барып, башҡа шарттар һорағыҙ, тип кәңәш иткән танышыбыҙ, киреһенсә, беҙ автомобиль алған салонға тәүҙә барып, шарттарын оҡшатмай, беҙҙең тәүге барған салонда яҡшырағын һорап алған, шуға күрә, тегеһе шәп, быныһы насар, тип әйтергә теләмәйем. Ни бары йөрөргә, эҙләргә, сағыштырырға, һатыулашырға һәм, иң мөһиме, бик иғтибарлы итеп кредит килешеүен өйрәнергә генә кәрәк. Был еңел булмаған эштә уңыштар, һәр кемгә хәйерле юлдар!