Йәш кеше илай яҙып автомобиленә идара итә. Уның йөҙө һәм ҡулдары ғына күренә. Был – 23 йәшлек кесе лейтенант, Өфө участковыйы Эмиль К.
Ҡапыл ул ҡулдары менән йөҙөн ҡаплай һәм “Инстаграм”дағы был видеояҙма өҙөлә. Баҡһаң, Эмилдең автомобиле юл ситендә торған йөк машинаһына барып бәрелә. Егет шунда уҡ йән бирә.
Автоһәләкәт 4 августан 5-ен ҡарай төндә баш ҡаланың Интернациональ урамында була. Эмиль хеҙмәт иткән полиция бүлегендә уның был ваҡытта эштә булмағанын белдерәләр.