Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
8 Август 2019, 12:37

Бот буйлыҡ “инспектор” машиналарҙы туҡтата...

Был видеояҙманы йылмаймайынса ҡарап булмай: юл инспекторы кейемендәге бәләкәй генә малай йорт мөйөшөндә транспорт хәрәкәтен көйләүсе таяғын болғап, машиналарҙы туҡтата.

bash.news
bash.news
Был видеояҙманы йылмаймайынса ҡарап булмай: юл инспекторы кейемендәге бәләкәй генә малай йорт мөйөшөндә транспорт хәрәкәтен көйләүсе таяғын болғап, машиналарҙы туҡтата. Бына ул инкассатор машинаһын туҡтатып маташа. Уныһы үтеп китә. Ә ҡара еңел автомобиль тормозға баҫҡас, уны йөрөткән ир менән тәҙрә аша оҙаҡ ҡына һөйләшәләр...
Стәрлетамаҡтан Тимур исемле бәләкәс шунда уҡ интернет геройына әүерелде. Баҡһаң, ул күптән юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторы булып, тәртип боҙоусыларҙы тоторға хыяллана. Тәүге тапҡыр бындай форманы малай мәктәптәге Яңы йыл иртәлегендә кейә. Бынан һуң “тәжрибәһен” урамда һынап ҡарарға була.
Был яҙма йәмәғәтселек иғтибарына сыҡҡас, атаһы Тимурҙы ҡала автоиспекцияһына алып бара. Ул унда ысын тәртип һаҡлаусылар менән таныша. Өлкәндәр бер юлы бындай ҡылыҡтың уның ғүмере өсөн хәүефле икәнен белдереп, ныҡ ҡына киҫәтә лә. Тимур башҡаса улай эшләмәҫкә вәғәҙәләй.
Читайте нас: