Машиналарҙы газонға ҡуйырға ярамауы тураһындағы закондың ғәмәлгә инеүенә бер нисә ай үтеүенә ҡарамаҫтан, уны һанламаусылар кәмемәй. Әллә законды белмәйҙәр, әллә уға “төкөрөп” бирәләр?
"Инцидент" хеҙмәтенә был турала хәбәрҙәр йыш килеп тора. Сираттағы осраҡ тураһында Елена Чикишева яҙған һәм урамдарындағы газонға ҡуйылған автомобилдең фотоһын да ҡуйған.
Билдәле булыуынса, бының өсөн штраф ҡаралған. Уның күләме ярайһы уҡ ҙур: граждандарға бер меңдән ике мең һумға тиклем, вазифалы кешеләргә – биш-ун мең һум, ойошмаларға - 20 меңдән 30 мең һумға ҡәҙәр. Ә инде ошондай тәртип боҙоу ҡабатланһа, штраф күләме ике тапҡырға артасаҡ.
Әйткәндәй, иғтибар иткәнегеҙ бармы: йышыраҡ газонға йә үтә ҡиммәтле автомобилдәр ҡуйыла, йә “йәштәрсә тюнингланған” ватан автопромы машиналары. Бәлки, тәүгеләре өсөн штраф “бүстәк” тойолһа, икенселәре уға иғтибар ҙа итмәйме икән?
Закон барыһы тарафынан да теүәл үтәлер, газон, балалар һәм спорт майҙансыҡтарына башҡаса машиналар ҡуйылмаҫ тип өмөт итергә генә ҡала. Үҙебеҙҙән башлайыҡ был эште.