Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
11 Август 2019, 15:33

Ҡыҙҙарға аҡса түләйәсәк

Башҡортостан кешеһен юл-транспорт ваҡиғаһында бер ғаиләнең үлемендә ғәйепләйҙәр, уны өс йылға хөкөмгә тарттырғандар.

999.md
999.md
Башҡортостан кешеһен юл-транспорт ваҡиғаһында бер ғаиләнең үлемендә ғәйепләйҙәр, уны өс йылға хөкөмгә тарттырғандар.
Үлемесле һәләкәт Мәләүез районында теркәлгән. 35 йәшлек «Chevrolet Aveo» водителе рөхсәт ителмәгән урында ҡаршы юл һыҙатына сыға һәм "ВАЗ-2107" автомобиле менән бәрелешә. Үкенескә күрә, салондағы ир менән ҡатын ваҡиға урынында һәләк була.
Ғәйепләнеүсе ғәйебен таныған, суд ҡарары менән ул өс йылға төрмәгә ебәреләсәк. Бынан тыш, юл транспорт фажиғәһендә һәләк булған ғаиләнең ҡыҙҙарына бер миллион һумға яҡын аҡса түләйәсәк.
Читайте нас: