Был шәмбелә социаль селтәрҙәрҙә Көйөргәҙе районындағы Өфө – Ырымбур юлында булған юл-транспорт ваҡиғаһының фотолары таралды: “ГАЗель” йөк автомобиле менән “Лада” бәрелешкән, ҡыйралған автомобилдәр янында һап-һары булып ҡауындар һибелгән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, еңел машина водителе һәләк булған. Асыҡланыуынса, рулдә Илдар исемле 34 йәшлек ир булған, ул Мәләүездән Мораптал ауылына ҡайтып барған. Иң аяныслыһы шул: улы артынан атаһы ла ҡайтып барған. Тап ул тәүгеләрҙән булып авария урынына килеп еткән, ҡотҡарыусыларҙы, “Ашығыс ярҙам”ды саҡырған. Тик Илдарға ярҙам итергә һуң булған...
“ГАЗель” водителе иҫән-һау. Билдәләүҙәренсә, аварияла тап ул ғәйепле – Ырымбурҙан килә ятҡанда рулдә йоҡлап киткән. Фажиғә урынында тормоз юлы бөтөнләй юҡ, ти шаһиттар.
Илдар вахта ысулы менән Салехардта эшләгән, 20 августа юлға сығырға тейеш булған.