Башҡортостан
-3 °С
Ҡар
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Тәгәрмәс
13 Август 2019, 20:41
Баймаҡтарҙың һөйөнөсө
Баймаҡ районында һөйөнөслө ваҡиға булған: "Баймаҡ" АТП-ына өс яңы автобус килгән. Улар Магнитогорск, Сибай һәм Аҡъяр йүнәлештәрендә йөрөйәсәк.
Ф. Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән
Баймаҡ районында һөйөнөслө ваҡиға булған: "Баймаҡ" АТП-ына өс яңы автобус килгән. Улар Магнитогорск, Сибай һәм Аҡъяр йүнәлештәрендә йөрөйәсәк.
Район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев белдереүенсә, йыл аҙағына тиклем район тағы ла ун автобус аласаҡ. Шулай уҡ Баймаҡ - Өфө - Баймаҡ маршрутын тергеҙеү мәсьәләһе лә ҡарала.
Билдәле булыуынса, үткән аҙнала республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров "Форд Транзит" маркалы 110 яңы автобусты ҡала-ара һәм ҡала-яны маршруттарында файҙаланыу өсөн тапшырып, "Башавтотранс" йәмғиәте коллективының ҡыуанысын уртаҡлашты.
Бөтә автобустар ҙа хәүефһеҙлек ҡайыштары, кондиционер системаһы, тахограф, электрон табло, навигация ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Йыл аҙағына тиклем предприятиеның автопаркы тағы ла яңырасаҡ, сөнки ҙур, уртаса һәм бәлкәй класлы 400 автобус алынасаҡ.
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.