Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
16 Август 2019, 11:43

Тотлоҡҡанға эштән ҡыуғандар...

Уны бала сағында һыйыр ҡурҡытҡан. Тик бының өсөн эштән ҡыуырға түгел бит.

youtube.com
youtube.com
Ҡарап тороуға Өфө егете Николай Морозов башҡаларҙан бер ере менән дә айырылмай кеүек. Ә бына һөйләшә башлаһа, ҡайһы бер аңлашылмаусанлыҡтар тыуа икән. Сәбәбе шунда – егет тотлоға. Уны бала сағында һыйыр ҡурҡытҡан.
Һүҙ ҙә юҡ, тотлоғоу уның үҙенә лә, тирә-яғындағы кешеләргә лә бер ни тиклем уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. Тик бының өсөн эштән ҡыуырға түгел бит. Аңлашыла, әгәр ул радиола диктор булып ултырһа. Юҡ, егет ни бары суши һәм пицца килтергән курьер булып эшләгән.
Эш шунда: Николай юлда күп йөрөгәс, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре уны йыш туҡтата. Ә аралашҡан саҡта тотлоға башлауын күрһәләр, уны эскән йәки наркотиктар ҡулланған тип уйлайҙар һәм тикшереүгә ебәрәләр. Бындай процедураның ҡиммәтле ваҡытты алыуы билдәле. Ә йылы ғына пицца һәм суши көтөп ултырған клиенттарға был оҡшамай, ялыуҙар килә башлай. Һөҙөмтәлә Николайҙы эшенән ебәргәндәр.
Әйткәндәй, ул үҙе менән телмәрендәге етешһеҙлек тураһында белешмә лә йөрөтә, тик инспекторҙар уға ышанмай һәм һәр ваҡыт тотҡарлай. Баҡһаң, эскеселәр насар һөйләшеүен йәшерер өсөн ошондай уҡ ялған белешмәләр эшләтеп ала икән.
Әле эшһеҙ ҡалған егет ни ҡылырға белмәй. Яҡын арала республиканың Баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов менән осрашмаҡсы булған. Файҙаһы булһын инде. Эш кәрәк бит!
Читайте нас