Тәгәрмәс
4 Сентября 2019, 09:38

Тәжрибәһе булмағас...

Бөгөн төндә Нефтекама ҡалаһында 18 йәшлек водитель “ВАЗ-2112” автомобилендә Юбилей проспекты буйлап хәрәкәт иткәндә ағасҡа барып бәрелә.

ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтеЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте
ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте
Бөгөн төндә Нефтекама ҡалаһында 18 йәшлек водитель “ВАЗ-2112” автомобилендә Юбилей проспекты буйлап хәрәкәт иткәндә ағасҡа барып бәрелә.
Һөҙөмтәлә уны тән йәрәхәттәре менән дауаханаға алып китәләр. Егеттең тәжрибәһе етеңкерәмәгән, күрәһең, ул машинаһына идара итеүҙе юғалта.
Тағы бер авария Өфөнөң Шаҡша биҫтәһендә теркәлә. 30 йәшлек баш ҡала кешеһе “Шкода Йети” автомобилендә китеп барғанда юлдан ситкә оса. Уның 28 йәшлек пассажиры медицина ярҙамы һорап дауаханаға мөрәжәғәт итә.
ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, кисә республикала 2200 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы теркәлгән, 27 иҫерек водитель ҡулға алынған. Юлдарҙа һигеҙ авария теркәлгән, уларҙа һигеҙ кеше йәрәхәтләнгән.
Читайте нас