Тәгәрмәс
18 Сентября 2019, 08:20

“Алға” алға бара

Әле 125 мең “Алға” картаһы һәм транспорт ҡушымтаһы булғандарға 250 мең уҡыусы картаһы һатылған. Улар ярҙамында 12 миллион тапҡырҙан ашыу юл йөрөгәндәр, шул иҫәптән пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнгән шәхси компаниялар автобустарында. Ташыуҙарҙың ҙур өлөшө “Башавтотранс” предприятиеһына тура килә.

glavarb.ruglavarb.ru
glavarb.ru
Республика йортонда үткәрелгән “Транспорт сәғәте”ндә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Ринат Бәширов йәмәғәт транспортында юл хаҡын ҡулаҡсаһыҙ түләү системаһын үҫтереү тураһында һөйләне.
Әле 125 мең “Алға” картаһы һәм транспорт ҡушымтаһы булғандарға 250 мең уҡыусы картаһы һатылған. Улар ярҙамында 12 миллион тапҡырҙан ашыу юл йөрөгәндәр, шул иҫәптән пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнгән шәхси компаниялар автобустарында. Ташыуҙарҙың ҙур өлөшө “Башавтотранс” предприятиеһына тура килә.
Карталарҙы һатыу һәм тулыландырыу нөктәләре селтәре киңәйә. Республика халҡының картаны онлайн тәртибендә тулыландырыу системаһына өҫтөнлөк биреүе асыҡланды. Шул уҡ ваҡытта шәхси ташыусылар юл хаҡын яңыса түләү системаһына күсергә ашыҡмай.
Радий Хәбиров контроль-күҙәтеү органдарына транспорт терминалдарында ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеүҙе тикшереү буйынса рейд үткәрергә ҡушты. “Транспорт сәғәте”ндә шулай уҡ Өфөләге транспорт инфраструктураһын үҫтереү мәсьәләләре буйынса фекер алыштылар.
Читайте нас