Тәгәрмәс
24 Сентября 2019, 13:25

Көтмәгәндә ҡар яуҙы ла...

Бөгөн баш ҡалаға ла ҡар килеп етте, һалҡындар арҡаһында юлдар боҙланды. Өфөлә иртән тығындар артты: бер урында – 12, бер урында ете машина бәрелешеп ултырҙы.

“Башҡортостан ДТРК-һы”.“Башҡортостан ДТРК-һы”.
“Башҡортостан ДТРК-һы”.
Бөгөн баш ҡалаға ла ҡар килеп етте, һалҡындар арҡаһында юлдар боҙланды. Өфөлә иртән тығындар артты: бер урында – 12, бер урында ете машина бәрелешеп ултырҙы. Ярар әле кеше ҡорбандары булманы.
Һауа торошоноң боҙолоуы сәбәпле, Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы һәм Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы автоһәүәҫкәрҙәргә машиналарының тәгәрмәстәрен ҡышҡыға алмаштырырға кәңәш итә.
“Бөгөндән үк ваҡыт табып автосервисҡа инергә һәм йәйге резинаны ҡышҡы энәлеһенә алмаштырырға кәңәш итәбеҙ. Һуҙмау хәйерле – йәйге резина менән боҙҙа шыуып үҙегеҙҙе һәм башҡаларҙы хәүеф аҫтына ҡуйғансы, ҡышҡыһында йөрөп тороғоҙ. Шулай уҡ арҡан, көрәк, тәҙрә таҙартыу өсөн туңмай торған шыйыҡсаны ла һалып ҡуйығыҙ”, – тип кәңәш бирә ҡотҡарыусылар.
Бынан тыш, юлда йөрөү рәүешен дә үҙгәртергә тәҡдим итәләр: дистанцияны оҙайтырға, тиҙлек режимын тоторға, киҫкен хәрәкәттәр эшләмәҫкә һәм башҡалар.
Читайте нас