Был хәл быйыл май айында була. Егет эсеп алғас, "ВАЗ 2114" автомобиленә идара итеү һәләтен юғалтып, ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм машинаһын ауҙара. Уның 30 йәшлек пассажиры алған йәрәхәттәренән дауаханаға китеп барғанда һәләк була.
Эскән килеш рулгә ултырып, ҡағиҙә боҙоп, кеше үлеменә сәбәпсе булған 23 йәшлек водителде Краснокама район-ара суды өс йылда бер ай ваҡытҡа шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итә. Прокуратура иһә судтың был ҡарары бик йомшаҡ тип, республиканың Юғары судына мөрәжәғәт итә һәм авария сәбәпсеһен иркенән мәхрүм иттереүгә өлгәшә. Һөҙөмтәлә водитель өс йылда бер ай төрмәлә ултырасаҡ.
Хәҙер кеше үлеменә килтергән аварияларҙың сәбәпсеһе булған водителдәр элеккесә шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итеү кеүек яза менән генә ҡотола алмай. Шуға ла һәр кем эскән килеш рулгә ултырыр алдынан, аҙағы насар тамамланыры хаҡында уйланһын ине.