Тәгәрмәс
2 Октябрь 2019, 14:00

Силәгенә күрә ҡапҡасы

– “Тимер ат”ыма ҡарап көлөргә маташмағыҙ, – тине яңы танышым. – Уның миңә оҙаҡ хеҙмәт иткәнен белмәйһегеҙ генә. Ваҡытында ҡарап-майлап торғанда, мине ҡаланың бер осонан икенсеһенә илтә, бер тин дә түләмәйем.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
Халҡы бер миллиондан ашҡан Өфө ҡалаһында һуңғы ваҡытта велосипедта йөрөүселәр байтаҡ күренә башланы. Бер ваҡыт “ике тәгәрмәс”те яратыусылар өсөн айырым һыҙат эшләп тә маташҡайнылар, ҡайһылыр урында ул юйылып юҡҡа сыҡты, ҡайҙалыр әле һаман тоноҡ ҡына күренеп ята, ә шундай урамдар бар, уларҙа һыҙат бөтөнләй юҡ.
Моңһоу көҙ миҙгелендә велосипед педалдәрен яй ғына ишеп китеп барған бер бабайҙы Ленин урамында осраттым.
– “Тимер ат”ыма ҡарап көлөргә маташмағыҙ, – тине яңы танышым. – Уның миңә оҙаҡ хеҙмәт иткәнен белмәйһегеҙ генә. Ваҡытында ҡарап-майлап торғанда, мине ҡаланың бер осонан икенсеһенә илтә, бер тин дә түләмәйем. Бөгөн маршрут автобусында хаҡтың күпме икәнен дә белмәйем, сөнки күптән уға ултырғаным юҡ. Кәүҙәң йәтеш, тиҙәр минең турала, шуға тура килтереп быны алдым.
Силәгенә күрә ҡапҡасы, тип эстән генә уйланым. Бабайҙың шул йәштә педаль ишеүе үҙе бер тамаша, ә инде уның мәрәкәсел әңгәмәсе булыуы уға ҡарағанда ла ҡыҙыҡ.
Читайте нас