Тәгәрмәс
3 Октябрь 2019, 11:30

Пенсионер өс йәшлек баланы тапатҡан

Бында, әлбиттә, атай кешелә лә ғәйеп бар. Ул малайын ҡулынан тотоп, йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнмәгән урындан үтмәксе була. Күп тә үтмәй, баланы төкөтәләр.

ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте.ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте.
ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте.
Юлдарҙа йөрөүҙең хәүефле икәнлеген бөтәбеҙ ҙә белә. Водителдәргә лә ҡурҡыныс янай, йәйәүлегә лә. Шуға күрә иғтибарҙы бер ҡасан да юғалтырға ярамай. Айырыуса янығыҙҙа бәләкәй бала булғанда.
Өфөнөң Калинин районында булған юл-транспорт ваҡиғаһы ла ошо турала киҫәтә. Атаһы менән бергә юлды үтеп барған өс йәшлек малайҙы еңел автомобиль рулендәге 77 йәшлек пенсионер ир тапата.
Бында, әлбиттә, атай кешелә лә ғәйеп бар. Ул малайын ҡулынан тотоп, йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнмәгән урындан үтмәксе була. Күп тә үтмәй, баланы төкөтәләр. Ир шунда уҡ ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән “Ашығыс ярҙам” саҡырта һала. Бәхеткә күрә, сабый еңел йәрәхәттәр менән ҡотола.
Кисә Салауат ҡалаһында булған икенсе бер юл-транспорт ваҡиғаһы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡорбанһыҙ үтмәй. Ҡаланың Беренсе Май урамынан китеп барғанда 46 йәшлек ир “Geely Emgrand” автомобилендә бағанаға бәрелә.
Водитель фажиғә урынында йән бирә. Салонда шулай уҡ ике пассажир - 40 йәшлек ир менән 32 йәшлек ҡатын да була. Уларҙы төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙаталар.
Кисә республика юлдарында 13 авария теркәлгән, уларҙа бер кеше үлгән һәм 17 кеше йәрәхәт алған. 2100 юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоу осрағы теркәлгән һәм 29 иҫерек водитель тотолған.
Читайте нас