18 йәшлек ике Өфө егетенең квадроциклда йөрөүе фажиғә менән тамамлана. Өфө – Ырымбур трассаһында ике кеше ҡатнашлығында юл һәләкәте теркәлгән.
Боролош яһағанда квадроцикл әйләнеп китеп, егеттәрҙе дауаханаға оҙатҡандар. Водителгә был төр транспортты йөрөтөргә оҫталыҡ етмәгән, тип билдәләгән ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре.
Тикшереүҙән һуң дәүләт автоинспекцияһы квадроциклдың теркәлмәгәнен асыҡлаған.