Тәгәрмәс
23 Октября 2019, 09:08

Юлды бүлешә алмағандар, күрәһең...

Асыҡланыуынса, автобустағы өс бала менән бер ҡатын дауаханаға оҙатылған. Пассажир автобусында йәмғеһе 16 пассажир булған.

bashinform.rubashinform.ru
bashinform.ru
Бөгөн иртән Өфөнөң Үҙәк урамында пассажир автобусы ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.
ЮХХДИ мәғлүмәттәренә ҡарағанда, "Шевроле Круз" автомобиле һулға боролған саҡта, 71-се маршрут буйынса хәрәкәт иткән "Форд Транзит" микроавтобусына юл бирмәй, һөҙөмтәлә ике транспорт бәрелешә.
Асыҡланыуынса, автобустағы өс бала менән бер ҡатын дауаханаға оҙатылған, табиптар уларға медицина ярҙамы күрһәтә. Пассажир автобусында йәмғеһе 16 пассажир булған. Әле ваҡиға урынында тикшереү бара, сәбәптәре асыҡлана.
Читайте нас