Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
29 Октябрь 2019, 14:02

22 генә йәшлек егеттәр булған...

Кисәге ҡот осҡос аварияла 22 йәшлек кенә ике егеттең ғүмере өҙөлдө. Әле юл-транспорт фажиғәһендә һәләк булғандарҙың шәхестәре билдәле булды.

Bash.News
Bash.News
Кисәге ҡот осҡос аварияла 22 йәшлек кенә ике егеттең ғүмере өҙөлдө. Әле юл-транспорт фажиғәһендә һәләк булғандарҙың шәхестәре билдәле булды.
Нефтекамала “УРАЛ” йөк машинаһы менән “Приора” автомобиле бәрелешә. Бәрелеш шул тиклем көслө була, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, еңел автомобилдә ултырғандарҙың тере ҡалырға бер генә мөмкинлеге лә булмай. Машинанан ни бары тимер өйөмө генә ҡала.
Урынға шунда уҡ ҡотҡарыусылар, полиция һәм табиптар килә. Тик егеттәргә ярҙам итеп өлгөрмәйҙәр. Фажиғә һөҙөмтәһендә икеһенә лә 22-шәр йәш булған Дмитрий Т. менән Дмитрий А. һәләк була.
Улар электр газы менән иретеп йәбештереүсе булып эшләгән. Ике дуҫ 2016 йылда Нефтекамалағы машина эшләүселәр колледжын тамамлаған булған. Егеттәрҙең хеҙмәттәштәре туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашҡан.
Юл-транспорт ваҡиғаһы урынында әле махсус хеҙмәттәр эшләй. Фажиғә сәбәптәрен асыҡлайҙар, тикшереү башланған.
Читайте нас